Коронавирус инфекцияһы сәбәпле ярышҡа әҙерләнеүе еңел булмаһа ла, Башҡортостандың йөҙөү буйынса йыйылма командаһы Волга буйы федераль округы беренселегенән һәм чемпионатынан 21 миҙал менән ҡайтты.
Полина Егорова арҡала 100 метр арауыҡҡа йөҙөүҙә иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте, өҫтәүенә 50 метр арауыҡҡа баттерфляй йөҙөүҙә көмөш миҙал яуланы. Никита Демихов – 50 һәм 100 метр арауыҡҡа брасс менән йөҙөүҙә, Дмитрий Кустиков 100 метр арауыҡҡа баттерфляй йөҙөүҙә бронза миҙалға лайыҡ булды.
Башҡорт йөҙөүселәре ирекле стиль буйынса эстафетала һәм берләштерелгән составта өсөнсө урынға сыҡты. Бынан тыш, йәш спортсылар ҙа төрлө миҙалдар яуланы. Тағы шуныһы һөйөнөслө: был ярыштарҙа республикабыҙҙың 10 спортсыһы спорт мастеры кандидатлығына нормативтарҙы үтәне.