Бөгөн Ауырғазы районының Талбазы ауылында “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә “Урал” спорт һәм ял итеү паркы асылды. Сарала Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Юрий Николаев һәм Сергей Цуканов, Талбазы ауыл хакимиәте башлығы Айҙар Нафиҡов, “БашАльянсСтрой” яуаплылығы сикләнгән компанияһы директоры урынбаҫары Илмир Ҡанбәков ҡатнашты.
Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов яңы объектты асыу айҡанлы йыйылғандарҙы ҡотлап мөрәжәғәт иткәндә, был проекттың мөһимлеген телгә алды һәм урындағы халыҡ исеменән республика етәкселегенә, был проектты тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәтен белдерҙе.
– Был, ысынлап та, район үҙәгендә йәшәгән һәр кем һәм айырыуса балалар өсөн байрам. Хәҙер улар буш ваҡытын сәләмәтлеге өсөн файҙалы итеп үткәрә аласаҡ. Ошо объекттар ауылдарыбыҙҙың ғына түгел, уларҙа йәшәгәндәрҙең дә йөҙөн яҡшы яҡҡа үҙгәртә, – тип белдерҙе район хакимиәте башлығы.
Паркта 14 элементтан торған уйын ҡаласығы һәм 4 уйын аттракционы бар. Уларҙы бәләкәй ауырғазылар яратып та өлгөргән инде.
Күнекмәләр өсөн майҙансыҡта һигеҙ заманса спорт тренажеры ҡуйылған. Әйткәндәй, воркаут – ул спорттағы яңы йүнәлеш түгел, ә яҡшы онотолған элекке шөғөл. Совет осоронда урамдағы спорт ҡоролмаларында күнекмәләр эшләү барлыҡ йәштәгеләр өсөн дә популяр булған.
Эргәлә генә мини футбол һәм баскетбол өсөн универсаль спорт майҙансығы эшләнгән. Балалар майҙансығы, воркаут һәм спорт майҙансығы заманса йөйһөҙ төҫлө резина япмаһынан ғибәрәт.
Тағы туймазыларға быяла һәм пластика бортлы, шайбаларҙан һаҡлау өсөн сеткалы яңы заманса хоккей кортының ҡуйылыуы ҙур шатлыҡ килтерҙе. Катокты һыу ҡойоп туңдырып та ҡуйғандар инде. Эш көндәрендә унда бәләкәстәр фигура шыуыуын үҙләштерһә, ял көндәрендә хоккей уйнаясаҡтар. Өҫтәүенә хоккей майҙансығы эргәһендә спортсыларҙың кейенеп сисенеүе һәм кәрәк-яраҡтарҙы прокатҡа биреп тороу өсөн йылы бина ҡуйылған. Тамашасылар өсөн трибуна ла бар. Бынан тыш, хәүефһеҙлек саралары күрелгән: яҙыуҙарҙы онлайн трансляциялау менән бергә видеокүҙәтеү өсөн 4 камера ҡуйылған. Тағы туҡталҡа, урам бәҙрәфтәре барлыҡҡа килгән.
Байрам сараһында Талбазы ауылының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә йәшәгән Нурия Сидорова: “Парк биҫтәбеҙҙә йәшәгәндәрҙе йәлеп итә торған бер урынға әйләнде. Бында хәҙер матур, сағыу, шәп һәм уңайлы! Ә кескәйҙәр заманса балалар ҡоролмаларына сикһеҙ шат. Иң мөһиме: паркты бөгөнгө кеүек матур итеп һаҡлайыҡ", – тине.
Фото: Ауырғазы районы хакимиәте.