Спорт һәм туризм
20 Ноябрь 2020, 08:39

Бер көн еңәләр, ә икенсеһендә...

Һәр көйәрмән хоккей матчынан ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс уйын көтә һәм үҙенең яратҡан командаһының еңеренә өмөт итә. Шуға “Салауат Юлаев”тың һәр матчын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Командабыҙҙың Мәскәүҙең “Динамо”һы менән осрашыуының да уңышлы тамамланыуын теләнек.

Һәр көйәрмән хоккей матчынан ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс уйын көтә һәм үҙенең яратҡан командаһының еңеренә өмөт итә. Шуға “Салауат Юлаев”тың һәр матчын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Командабыҙҙың Мәскәүҙең “Динамо”һы менән осрашыуының да уңышлы тамамланыуын теләнек.


Матчтың беренсе уйын миҙгелендә “Динамо” хоккейсылары Владислав Ефремов менән Вячеслав Кулемин “Салауат Юлаев” ҡапҡаһына берешәр шайба индергәйне. Ә икенсеһендә беҙҙең Маркус Гранлунд уларға гол сәпәп, командабыҙ хоккейсыларын дәртләндереп ебәрҙе. Өсөнсө уйын миҙгелендә “Салауат Юлаев”тан Сакари Маннинен иҫәпте тигеҙләне. Финал сиренаһы яңғырағанға тиклем беҙҙең хоккейсы Филип Ларсен менән “Динамо”нан Владислав Ефремов берешәр шайба менән алмашты. Овертаймда иһә Никита Сошников мәскәүҙәр ҡапҡаһына еңеү шайбаһын индерҙе. Матч 3:4 иҫәбе менән командабыҙ файҙаһына тамамланды.


Шуны билдәләргә кәрәк: “Салауат Юлаев” менән СКА матчтары һәр саҡ мауыҡтырғыс. 16 ноябрҙәге уйын да шулай булды, сөнки ике команда хоккейсылары ла, ғәҙәттә, һөжүм итеүгә баҫым яһай. Өфөләрҙең хоккейын хатта ҡайһы берәүҙәр “бразилса” тип атай, ә СКА командаһы, нигеҙҙә, тоталь хоккей яҡлы, йәғни шайбаны һис тә үҙҙәренән ысҡындырмаҫҡа тырыша.


Тик бына был һәр саҡ мөмкинме икән? Ни тиһәң дә, “Салауат Юлаев”тың Теему Хартикайнены шәп уйнай. Өҫтәүенә Линус Умарк урынына саҡырылған Маркус Гранлунд та бына тигән хоккейсы. Сакари Маннинен да иғтибарҙы йәлеп итә.


Әйткәндәй, тап ул һәм Никита Сошников хужалар ҡапҡаһына берешәр шайба индерҙе. Тик Санкт-Петербург­тағы сираттағы осрашыуҙа боҙ хужалары еңеү яуланы. Матч СКА фай­ҙаһына 3:2 иҫәбе менән тамамланды. Овертаймдағы уйында Владимир Ткачев СКА командаһына еңеү килтерҙе.


20 ноябрҙә “Салауат Юлаев” “Өфө-Арена”ла Мәскәүҙең “Спартак” командаһы менән осраша.
Читайте нас