Спорт һәм туризм
20 Ноябрь 2020, 08:42

Донъя ярыштарында ҡатнашасаҡтар

Башҡортостан командаһы фитнес-аэробика буйынса донъя һәм Европа чемпионаттарына юллама яуланы.

Башҡортостан командаһы фитнес-аэробика буйынса донъя һәм Европа чемпионаттарына юллама яуланы.
Нефтекама ҡалаһынан Татьяна Вәлиева, Татьяна Бутусова һәм Динә Әптүкәева етәкселегендә спортсылар фитнес-аэробика буйынса Рәсәй беренселегенән һәм чемпионаттан биш миҙал алып ҡайтты. Йәш спортсылар өс алтын, ике көмөш миҙал яуланы. Ҡыҙҙарҙың был ҡаҙаныштары 2021 йылда үткәреләсәк донъя һәм Европа чемпионаттарында ҡатнашыу мөмкинлеген бирҙе.
Читайте нас