Башҡортостан спортсылары Крымскиҙа Беренсе дивизиондың Рәсәй беренселеге турниры финалында Красноярскиҙың “Енисей-2” командаһы менән осрашты. Беренсе таймда “Өфө” ҡыҙҙары ҡаршы яҡ команданан еңелеп барһа, уйындың икенсе осоронда өс гол индерҙе. Һөҙөмтәлә командабыҙ еңеү яуланы.