Өфөлә легендар мотоуҙышсы Борис Самородовтың яҡты иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.
Биш йыл тирәһе элек яҡты донъя менән хушлашҡан арҙаҡлы мотоуҙышсы, донъя чемпионы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры Борис Самородовтың яҡты иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ Өфөләге Ибраһимов урамындағы 42-се йорттоң фасадына ҡуйылды. Һуңғы йылдарҙа тап ошо йортта Башҡортостан спорты тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхес йәшәгән.
Әйткәндәй, 2016 йылда Борис Самородовтың тыуыуына 85 йыл тулыуы билдәләнгәйне. Ул үткән быуаттың 50-се йылдарында боҙҙа мотоуҙыш менән шөғөлләнә башлаған. Борис Александрович спорт карьераһын тамамлағас, тренер булып эшләгән. Уның данлыҡлы тәрбиәләнеүселәре – Ғабдрахман Ҡадиров, Михаил Старостин һәм Геннадий Куриленко.