Спорт һәм туризм
20 Ноябрь 2020, 07:57

Туристар һанының артыуына әҙербеҙме?

Ярҙам саралары барлана.

Быйылғы йәй эске туризмдың бөтөн мөмкинлектәрен һәм етешһеҙлектәрен асып һалды. Пандемия туризм өлкәһе өсөн ҙур һынау булды. Республика иһә был осорҙо һөҙөмтәле үтте һәм артабан был өлкәлә нисек эшләргә икәнлеге аныҡ күренде. Ял итергә теләүселәр сентябргә тиклем үк бөтөн турист базаларына алдан яҙылып, урындар ҡалмағайны инде. Иң ҙур күлдәр – Асылыкүл һәм Ҡандракүл – Сочи буйындағы диңгеҙҙе хәтерләтте! Кешенең күплеге хайран ҡалдырҙы. Рәсми сығанаҡтар, республикаға килгән туристар һаны быйыл ике тапҡырға артты, тип хәбәр итте. Аптырарлыҡ түгел: пандемия арҡаһында сиктәр ябылды, термометрҙар утыҙ градустан ашыу эҫелекте күрһәтте. Йәйге ял мәлдәрендә ғаиләләре менән Төркиәгә осорға яратҡан яҡташтар был йәйҙә республикала ял итте.


Туроператорҙарҙы ҡайҙан табырға?


Әлбиттә, ялыңды планлаштыр­ғанда ышаныслы туроператор менән эшләү – иң мөһиме. Юҡһа, бөтөн ялың боҙоласаҡ. Был йәһәттән Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, бәйләнештәр һәм киң мәғлүмәт коммуникациялары министрлығы төбәктәргә ярҙамға килде. Бер нисә ведомствоның оҙайлы һәм ентекле эш һөҙөмтәһе булараҡ, “RUSSPASS” платформаһы булдырылды. Был платформаны эшләүселәр турист индустрияһын үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Әлеге мәлдә бында “Көньяҡ Урал йөрәге”, “Урал батырҙың алтын билбауы”, “Ҡарлы Ҡыраҡа” һәм башҡа турист маршруттары ингән. Сайтта уларҙың һүрәтләүҙәре, хаҡтары, программалары менән танышырға була. “RUSSPASS” бөтөн Рәсәй буйынса ышаныслы турист маршруттарын үҙ эсенә йыйған, даими рәүештә тулыландырыла, мәғлүмәт яңыртыла.


Тәбиғәттең матурлығы менән генә ылыҡтырып булмай


Башҡортостандың тәбиғәте хозур, һоҡланғыс, әммә тәбиғәт ҡомартҡыларына бөтә ерҙә лә юл юҡ. Уныһы ла туристар өсөн әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмаҫ ине, барып еткән ерҙә эҫе һыуың, ҡайнар ашың көтөп торһа. Ундай турист базалары беҙҙә бар, әммә хаҡтары тешләшә. Бюджет өлкәһендә эшләгән ғаилә күтәрерлек түгел.
Ябай ғына миҫал. Йыл да Салауат районына йөрөйбөҙ. Бәхеткә күрә, унда туғандар йәшәй. Уңайлыҡтары булмаған кемпингта бер кешенән тәүлегенә – 1200 һум. Туҡланыу был иҫәпкә инмәй. Тимәк, дүрт кешенән торған ғаиләгә ике көн йоҡлап сығыу яҡынса ун меңгә төшә. Мунсаһын өҫтәһәң, тағы мең һум. Йүрүҙән буйлап бер көн ағып төшөү бер кешенән, кәм тигәндә, йәнә мең һум. Тимәк, ике көнлөк ял ун биш мең һумға барып баҫа. Шул иҫәпкә тағы ике мең һумлыҡ бензин, ике меңлек ризыҡты өҫтәһәң, ял хаҡы 20 мең һумдан артасаҡ. Күптәр өсөн бындай ял да ҡыйбат. Шуға ла күпселек эшҡыуарҙар ситтән килгән туристарға өмөт бағлай. Был хаҡта туризм буйынса эксперт Артур Иҙелбаев та үҙ фекерен белдерә.
– Пандемияға ҡарамаҫтан, быйылғы йыл республика туризмы үҫеше өсөн уңышлы булды, тип иҫәпләйем, – тине Артур Мирас улы. – Беренсенән, юл буйҙарында турист сервисы ойоштороу йәһәтенән аныҡ эштәр планлаштырылды. Икенсенән, сәйәхәт иткәндәрҙе ылыҡтырған урындарға йүнәлештәрҙе күрһәткән билдәләр ҡуйылды. Өсөнсөнән, туристарҙың "мәккәһе" – Бөрйән районының Шүлгәнташ мәмерйәһенә юл һалынды һәм унда ҙур музей комплексы төҙөлә башланы.
Бизнес та туризмға ярҙамға киләсәк. Эшҡыуарҙар юл сервисын үҫтереүгә миллиард һумдан ашыу аҡса бүлергә әҙерлеген белдерҙе.
Шул уҡ ваҡытта тарихи яҡтан әһәмиәтле булған төбәктәрҙә – Бөрө, Ишембай, Йылайыр, Николо-Березовка, Воскресенск кеүек билдәле урындарҙа төҙөкләндереү эштәре башланды. Уларға федераль гранттар иҫәбенә ярты миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителде. Уңайлы ҡала мөхите булдырыу ҙа туристарҙы ылыҡтырыуға ҙур өлөш индерә. Иҫке автобустарҙы яңы­ларға алмаштырыу, фонтандарҙы төҙөкләндереү, парк, сквер, һәйкәл­дәр, яр буйҙарын төҙөкләндереү, яңы ял урындары булдырыу урындағы халыҡ өсөн генә түгел, ә ҡунаҡтарҙы йәлеп итеүгә лә этәргес булып тора.
Республикалағы ыңғай үҙгәреш­тәрҙе Башҡортостандан ситтә лә беләләр. Был хаҡта федераль мәғлүмәт сараларының йыл дауамында республикаға йыш килеүе һөйләй. Ошо йыл ярым арауыҡ эсендә беҙҙең саҡырыу буйынса Башҡортостанға Беренсе канал, НТВ, “Рәсәй”, “Планета”, “Пятница”, “МузТВ”, “Russia Today”, “Отдых в России”, “National Gtographic” һәм башҡа федераль телеканалдар, гәзит-журналдар, интернет-ресурстар вәкилдәре килеп ҡайтты. Сағыу программалар, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр донъя күрҙе. Трэвел-блогерҙар менән тығыҙ эш итеүҙе лә маҡсат итеп алдыҡ. Уларҙың сығыштарын миллиондан ашыу кеше ҡарай.
Был эштәр быйыл туристар ағымын ике тапҡырға арттырырға ярҙам итте. Һөҙөмтәлә федераль рейтингта тәүге ун төбәк иҫәбенә индек, – тине Артур Мирас улы.
Уның һүҙҙәрен “Тархан” туроператор фирмаһы етәксеһе Илдар Бикҡужин да ҡеүәтләй. Эшҡыуар билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа федераль кимәлдә республиканың туристар төбәге булараҡ абруйы бермә-бер артҡан. Был – төрлө күргәҙмәләрҙә һәм һөнәри конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыуҙың һөҙөмтәһе.
– Әлбиттә, бының өсөн турист бизнесында ҡатнашыусыларҙан финанс сығымдары ла талап ителә. Һуңғы ике йылда Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты тарафынан был йәһәттән эш көйләнде һәм туризм менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарға финанс ярҙамы күрһәтелә башланы. Сентябрҙә Мәскәүҙә “Люксери ялы” тип аталған халыҡ-ара турист күргәҙмәһе үтте. Быға тиклем әлеге сарала Башҡортостан күргәҙмәһе әллә ни сағыу булмаһа, быйыл иһә бөтөн ҡатнашыусылар ҙа, билдәле эксперттар ҙа беҙҙең стендты иң яҡшыһы тип билдәләне, – ти Илдар Бикҡужин.
Быйыл, пандемияға ҡарамаҫтан, төрлө тарафтарҙа туризмды үҫтереүгә арналған күргәҙмәләр һәм конкурстарҙа республика вәкилдәре әүҙем ҡатнашты. Мәҫәлән, Екатеринбургта үткән “Турист сувениры” конкурсында төрлө номинацияла еңеү яулап, дүрт Гран-при, Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй “Ҡунаҡсыллыҡ оҫта­лары” конкурсында ике еңеү яулан­ған. Бөтә Рәсәй “Йыл маршруттары-2020” премияһы финалында Башҡортостандан 18 проект финал­ға үтте, тағы 11 проект йәнә бер мәртәбәле конкурс – Russia Event Awards финалына сыҡты. Туристар араһында билдәлелек яулаған ял өсөн ҡуртымға торлаҡ яллау сервисы Tvil.ru Башҡортостанды ышаныслы һәм хәүефһеҙ биш төбәк исемлегенә индергән. Был исемлектә Ҡырым, Краснодар крайы, Карелия һәм Алтай менән бер рәттән, Башҡортостан да бар.
Илдар Бикҡужин билдәләүенсә, туризм өлкәһендә быға тиклем бындай уңыштар булмаған.


Өфө туризм “мәккәһе” була аламы?


Туристар араһында ҙур билдә­лелек яулған Tvil.ru сервисы шулай уҡ ял итеү өсөн иң уңайлы ун ҡала исемлегенә Өфөнө индереүе лә ҙур мәртәбә. Баш ҡалабыҙҙа йәшә­гәндәрҙең күҙе төҙөкләндерелгән ҡалаға өйрәнеп тә киткәндер, бәлки. Ә бына ситтән килгән ҡунаҡтар өсөн Өфө – йәйәү йөрөү, фонтандарға һоҡланыу мөмкинлеге биргән, мәҙәни үҙәк булып торған ҡала. Быйыл йәй Ирандан килгән ҡунағыбыҙҙы баш ҡалабыҙ буйлап йөрөттөк. Салауат Юлаев һәйкәле, Ағиҙел буйы, Милли музей, “Арт-квадрат”ҡа алып барҙыҡ. Ҡунағыбыҙ бик оҡшатты ҡаланы. Сит илдән килгән кешегә күрһәтерлек, маҡтанырлыҡ урындарҙың бихисап булыуы һөйөндөрә.
Баш ҡаланың йөҙөн яңыртыу, уны уңайлы, таныулы һәм ҡала халҡына, республика ҡунаҡтарына ҡыҙыҡлы, Өфөгә сәйәхәтте мауыҡтырғыс һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеү йәһәтенән башҡарылған эштәрҙе барланыҡ. Тиҙҙән сафҡа индереләсәктәре тураһында ла әйтеп үтке килә: Совет майҙанында генерал Шайморатов һәйкәле ҡалҡасаҡ, Затон биҫтәһендә “Тулҡын” паркы яңыртыласаҡ. Софья Перовская урамында “Көньяҡ” паркы төҙөкләндереләсәк, Ҡашҡаҙан күле яңы һулыш аласаҡ һәм эргә-тирәһе матурланасаҡ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, был эштәр­ҙең барыһы ла Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлек сиктәрендә атҡарыла. Сергей Капков етәкселе­гендә Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты эргәһендәге мәҙәни иҡтисадты өйрәнеү, ҡала үҫеше һәм креатив индустрия үҙәге белгестәре 2024 йылға тиклем ҡаланың йөҙөн заманлаштырырға вәғәҙәләй. Тәү сиратта Октябрь Революцияһы урамы үҙгәрештәр кисерәсәк. Уны йәйәүлеләр зонаһы итергә йыйыналар. Был урам буйлап атлап, тура Ағиҙел ярына төшөргә мөмкин буласаҡ, ә урамдарҙа кафелар, театр майҙансыҡтары, лекторийҙар төҙөләсәк.
Әлеге мәлдә Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты туризм өлкәһендәге инвестиция проекттарының картаһын төҙөү менән шөғөлләнә. Инвесторҙарҙа ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ майҙансыҡ­тарҙың кадастр статусы, инженер, транспорт инфраструктураһы һәм башҡа нескәлектәрҙән торған мәғлүмәтте туплап әҙерләп ҡуясаҡ­тар. Был артабан туризм өлкәһендә эшләгән эшҡыуарҙар менән ентекле һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеүгә этәргес буласаҡ. Республика Хөкүмәте иһә туризм өлкәһендә эшләгән, коммерцияға бәйле булмаған ойошмаларға ярҙам сараларын барлай. Төрлө яҡлап күрелгән саралар быйылғы йәйҙең туризм өлкәһендәге уңышын ҡабатларға һәм артабан үҫтерергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ.


Урал ХӘЛИУЛЛИН, “Шүлгән-таш” туристик компанияһы директоры:

– Туристар менән туранан-тура эшләгән кеше булараҡ, шуны билдәләгем килә: быйыл, ысынлап та, туристар һаны, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк булды. Уларҙың ағымын көйләү өсөн яңы маршруттар булдырҙыҡ, ашығыс рәүештә яңы кәмәләр һатып алдыҡ, хеҙмәтләндереүсе персоналдың һанын арттырҙыҡ. Бөрйән районында туристар менән шөғөлләнергә теләгән эшҡыуарҙар һаны бермә-бер артты. Ғөмүмән, быйыл район туристар ағымының нимә икәнен күрҙе, файҙаһын тойоп ҡалды. Турист базалары, операторҙар ғына түгел, магазиндар, ашханалар, таксистар, умартасылар һәм башҡалар туристарҙан килем алды. Былар ыңғай яҡ булһа, киреһен дә тойҙоҡ. Уңайлы булған торлаҡ урындары етешмәне, өйрәтелгән һәм үҙ эшен белгән кадрҙарҙың етмәүе һиҙелде.
Дөйөм алғанда, туристар һанының ике тапҡырға артыуы пандемияға ғына бәйле түгел. Хөкүмәт һуңғы йылдарҙа туризмға аҡса килтергән, ҡаҙнаны тулыландырған өлкәгә ҡараған кеүек иғтибар бүлә. Был һиҙелә. Шуның һөҙөмтәһен тоябыҙ.
Читайте нас