Спорт һәм туризм
20 Ноябрь 2020, 20:30

Еңеү шайбаһын кем индерҙе?

Бөгөн “Салауат Юлаев” үҙ боҙонда “Спартак” командаһы менән осрашты.

Бөгөн “Салауат Юлаев” үҙ боҙонда “Спартак” командаһы менән осрашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хоккейсыларыбыҙ ситтәге уйындарын СКА командаһынан еңелеү менән тамамлағайны. Ә был матч алдынан Томи Ламса составҡа дүрт үҙгәреш индерҙе: Даниил Тарасов йәнә “Торос”ҡа ҡайтарылды, Александр Скрынник бэкап ролен үтәне, һаҡсы Павел Коледов Дмитрий Коробовты алмаштырҙы һәм һөжүм итеүселәрҙән Артем Пименов, Данил Алалыкин уйын составына эләкмәне.
Уйын башланып, 20 секунд та үтмәне, Маркус Гранлунд ҡунаҡтар ҡапҡаһына гол индерә яҙып, көйәрмәндәрҙе бер аҙ тулҡынланыуға дусар итте. Ә иҫәп был матчта икенсе миҙгелдә асылды: “Спартак”тың һөжүм итеүсеһе Анатолий Никонцев, Өфө голкиперы Юха Метсоланың хаталаныуын файҙаланып, беҙҙең ҡапҡаға шайба сәпәне. Ә Сакари Маннинен иҫәпте тигеҙләп ҡуйҙы.
Шулай итеп, бөгөн матч еңеүсеһе буллиттар серияһында асыҡланды: Маркус Гранлунд – еңеү шайбаһы хужаһы! "Салауат Юлаев" 2:1 иҫәбе менән еңеүгә өлгәште.
Әле беҙҙең команда Көнсығыш турнир таблицаһында бишенсе урында. 22 ноябрҙә ул “Барыҫ” менән уйнаясаҡ. Ә “Спартак” ул көндә “Нефтехимик” менән осраша.
Фото: photo.khl.ru
Читайте нас