Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән байтаҡ эш башҡарыла.
Милли проекттың ”Спорт – йәшәү рәүеше” проектына ярашлы, Әлшәй районының Раевка ауылы гимназияһы биләмәһендә яңы спорт майҙансығы барлыҡҡа килде. Район яңы майҙансыҡ өсөн ике миллион һумдан ашыуға спорт-технологик ҡорамалдар һатып алды. Хәҙер урындағы халыҡ спорт менән шөғөлләнеү, дөйөм физик әҙерлек алып барыу, һаулығын нығытыу мөмкинлегенә эйә. Бында физик күнекмәләр яһау менән бер рәттән “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” бөтә Рәсәй физкультура-һаулыҡ һаҡлау комплексы нормаларын да тапшырасаҡтар.
Мәғлүм булыуынса, бөгөн илебеҙҙә сәләмәт тормош алып барыу ҙур популярлыҡ яулай, шуға күрә спорт объекттарының барыһы өсөн дә – өлкәндәргә лә, балаларға ла – һәр саҡ асыҡ булыуы мөһим.
Фото: alshei.bashkortostan.ru