Спорт һәм туризм
22 Ноябрь 2020, 18:00

Икенсе тапҡыр рәттән еңеү!

Бөгөн “Салауат Юлаев” командаһы Ҡаҙағстандың “Барыҫ”ы менән осрашты.

Бөгөн “Салауат Юлаев” командаһы Ҡаҙағстандың “Барыҫ”ы менән осрашты.
Матч башланғанда ике яҡ та тигеҙ уйнаған кеүек тойолғайны. Тик иҫәпте беренсе булып ҡунаҡтар асты: улар беҙҙең ҡапҡаға уйындың беренсе шайбаһын сәпәне. Ә командабыҙ тиҙ генә үҙ көсөн күрһәтә алманы, быға аҙсылыҡта уйнауҙары ла сәбәпсе булды. Шулай ҙа уңыш оҙаҡ көттөрмәне: Теему Хартикайнен иҫәпте тигеҙләп ҡуйҙы.
Уйындың икенсе осоронда иһә Дмитрий Кугрышев, аҙаҡ Александр Кадейкин, Михаил Воробьев “Барыҫ” ҡапҡаһына шайба индерҙе. Һөҙөмтәлә “Салауат Юлаев” үҙ боҙонда икенсе тапҡыр рәттән еңеү яуланы. Иҫәп - 4:1!
25 ноябрҙә командабыҙ “Нефтехимик” менән уйнаясаҡ.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас