Октябрьский ҡалаһынан 17 йәшлек Азалия Әминева XXI быуатта республикабыҙҙың йәш спортсылары араһында беренселәрҙән булып, Европа беренселегендә алтын миҙал яуланы!
22 ил спортсылары көс һынашҡан бәйге 11 – 23 ноябрҙә Черногорияның Будва ҡалаһында үтте. Яҡташыбыҙ Румыния, Польша, Әрмәнстан, Украина вәкилдәре менән дүрт алышта ҡатнашты һәм, ике “осрашыу”ҙы ваҡытынан алда тамамлап, алты спортсыны нокдаунға ебәрҙе.
“Барыһы ла планлаштырылғанса килеп сыҡты – алтын миҙал менән ҡайттым. Ҡурҡыныс ине, әлбиттә, – тип белдерҙе Азалия “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһенә. – Миңә ҙур ышаныс бағланылар һәм еңермен тип өмөт иткәйнем. Финалда Украина спортсыһы менән беренселек өсөн көс һынаштым. Баштан уҡ уны техник яҡтан көслө тип иҫкәрткәйнеләр. Борсолдом, әммә уны еңеремә ышандым”.
Бөгөн төндә Өфө аэропортында бар донъяға танлыу яулаған йәш спортсыны Башҡортостан Бокс федерацияһы вәкилдәре, тренерҙар һәм башҡа спортсылар ҡаршы алды. Сибәр ҡыҙға ошо һәм киләһе ярыштарҙа еңеү билдәһе булараҡ “алтын бирсәткә” һәм Рәсәй йыйылма командаһының костюмын бүләк иттеләр.
Әйткәндәй, 9 ғинуарҙа яҡташыбыҙ Сербияла үтәсәк турнирҙа ҡатнаша. Ә унан һуң апрелдә буласаҡ донъя беренселегенә әҙерләнә. Бынан ике йыл элек Азалия Европа чемпионатында көмөш миҙалға лайыҡ булғайны.
Спортсының шәхси тренеры һәм Башҡортостандың йәш спортсылар йыйылма командаһының өлкән тренеры Александр Савкин әйтеүенсә, ҡыҙға был ярыштарҙа еңел булмаған. “Карантинға эләктек. Апрелдә үк Европа беренселегенә китергә тейеш инек. Әммә рухыбыҙ һынманы, барыһын да үткәрҙек һәм еңдек. Киләһе маҡсатыбыҙ – донъя беренселегендә һәм Олимпиадала еңеү яулау. Азалияның теләге ҙур!” – ти спортсының остазы.
Спортта ла төрлө ҡыҙыҡлы ла, аяныслы ла хәлдәр булғылай. Азалия Әминеваға ла боксерҙарҙың махсус аяҡ кейемендә түгел, кроссовки кейеп ҡатнашырға тура килгән. Баҡтиһәң, уның һәм командабыҙҙағы башҡа спортсыларҙың аяҡ кейемдәрен урлағандар. Әммә был насарлыҡты ҡылғандар бер нәмә хаҡында онотҡан: теләк-маҡсат ныҡ икән, бер нимә лә еңеүгә кәртә була алмай! Һөҙөмтәлә Октябрьский ҡыҙы Азалия Әминева ла, Башҡортостан данын бар донъяға яңғыратып, ҙур еңеү менән ҡайтты! Беҙ уны ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә тағы ла республикабыҙ исемен әллә ҡайһы тарафтарға яңғыратыр әле, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Афарин, Азалия!