Спорт һәм туризм
25 Ноябрь 2020, 12:10

Күмертауҙар һынатманы!

Күмертау ҡалаһынан “Ходули” командаһы Бөтә Рәсәй фон атлауы буйынса “Сәләмәт тормош алып барыу төркөмдәре” номинацияһында өсөнсө урын яуланы.

Күмертау ҡалаһынан “Ходули” командаһы Бөтә Рәсәй фон атлауы буйынса “Сәләмәт тормош алып барыу төркөмдәре” номинацияһында өсөнсө урын яуланы.
Бөгөн, 25 ноябрҙә, 18.00 сәғәттә (Өфө ваҡыты) “Рәсәй бөгөн” халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығы сайтында Бөтә Рәсәй “Китеп барған кеше” атлау буйынса ярыштар еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы була. Уны http://pressmia.ru/pressclub/20201125/952999759.html һылтанмаһы буйынса ҡарарға мөмкин.
Фонлы атлау – ул кешенең бер көндәге аҙымдары. Ошондай атлау буйынса команда чемпионатында Рәсәйҙең 86 төбәгенән 26 меңдән ашыу кешенән торған 900-ҙән ашыу команда ҡатнашты. Сараны Рәсәй Спорт министрлығы ярҙамында Бөтә Рәсәй “Милләттәр сәләмәтлеге лигаһы” ижтимағи ойошмаһы ойошторҙо. Чемпионат “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә үткәрелде.
“Атлап барған кеше” чемпионаты икенсе йыл ойошторола. Быйыл ярыштарҙың төп этабы 15 октябрҙән 15 ноябргә тиклем түбәндәге ҡатнашыусылар – “корпоратив командалар”, “муниципаль командалар”, “пенсионерҙар командалары”, “белем биреү ойошмалары командалары”, “граждандарҙың формаль булмаған берекмәләре (сәләмәт тормош алып барыусылар төркөмдәре)” командалары араһында үткәрелгәйне. Ойошмаларҙан барлығы – 465, муниципалитеттарҙан – 205, студенттарҙан – 130, пенсионерҙарҙан – 26 һәм сәләмәт тормош алып барған кешеләр төркөмөмөнән торған 89 команда ҡатнашты. Ә алдан үткәрелгән этапта үҙҙәрен һынап ҡарарға теләгәндәр күп булған. Әммә төп этапҡа барыһы ла барып етә алмаған. Бер ай эсендә командалар бөтәһе 4,5 миллион километр аҙым яһаған.
Быйылғы ярыштарҙа сәләмәт тормош алып барыусылар төркөмдәре араһында еңеп яуланылар: “Бриз” (Төньяҡ-көнбайыш округ, Санкт-Петербург) – 721157 аҙым, “Лидеры” (Урал федераль округы, Ханты-Манси автономиялы округы – Югра, Нефтеюганск) – 708359 аҙым, “Ходули” (Волга буйы федераль округы, Башҡортостан, Күмертау) – 633320 аҙым.
Проекттың рәсми порталы - https://человекидущий.рф/
Читайте нас