Спорт һәм туризм
25 Ноябрь 2020, 18:00

Премьер-министр Азалияны тәбрикләне

Бөгөнгө осрашыу ваҡытында шулай уҡ “Форд транзит” автобусы бүләк ителде.

25 ноябрҙә республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров йәш спортсылар араһында Европа беренселеге еңеүсеһе Азалия Әминеваны тәбрикләне.
Башҡортостан спортсыһы Черногорияла үткәрелгән бокс буйынса ярыштарҙа ҡатнашҡан илдең йыйылма командаһында республикабыҙҙан берҙән-бер вәкил ине. Азалия 64 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында еңеү яуланы. Киләһе йылдың апрелендә ҡыҙ Польшала ойоштороласаҡ донъя чемпионатында Рәсәй исеменән сығыш яһаясаҡ.
Андрей Назаров Азалия Әминеваны һәм уның тренеры Александр Савкинды Европа беренселегендә еңеү менән ҡотланы, Башҡортостан Республикаһы Рәхмәт хаттарын, аҡсалата сертификаттар, сәғәт тапшырҙы.
"Бокс буйынса донъя чемпионатында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшерһегеҙ тип ышанам. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, еңеү теләйбеҙ. Үҙ сиратыбыҙҙа спорттағы һәм эштәге һәр башланғыстарға ярҙам итергә әҙербеҙ. Һеҙгә тотош республика халҡы еңеү теләй", – тине Андрей Назаров.
Осрашыу ваҡытында Премьер-министр Башҡортостанда боксҡа 100 йыл тулыу айҡанлы республика Хөкүмәте һәм Башҡортостан Бокс федерацияһы исеменән Н. Валуев исемендәге олимпия резервындағы спорт мәктәбенә яңы “Форд транзит” автобусы бүләк итте.
Фото: республика Хөкүмәте сайты.
Читайте нас