Бөгөн күптәр үҫмерҙәрҙе көнө буйы интернетта ултырыуҙа йәки сәғәттәр буйы мәғәнәһеҙ рәүештә урам ҡыҙырыуҙа ғәйепләй. Был фекерҙә дөрөҫлөк юҡ, тип әйтеп булмай. Ысынлап та, балаларҙың гаджеттарға бәйлелеге артҡандан-арта бара. Шулай ҙа, шөкөр, донъяға ҡарашы бөтөнләй бүтәнсә булған ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙа бар. Улар алға ынтыла, замандан бер аҙым алда барырға тырыша. Мәҫәлән, Нефтекама ҡалаһынан 14 йәшлек Дмитрий Селянин спорт менән бәләкәйҙән шөғөлләнә.
– Быға тиклем дә баҫалҡы һәм тыйнаҡ, әммә донъя рекорды ҡуйып танылған Дмитрий Селянин тураһында яҙғайным, – тип яҙҙы “Бәйләнештә” селтәрендә Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев. – Иҫегеҙгә төшөрәм, йәйгеһен Мәскәүҙә ойошторолған Европа Асыҡ Кубогында Дмитрий ун йыл һуҙымында берәү ҙә үтәй алмаған донъя рекордын уҙҙырып ебәрҙе – элеккегә ҡарағанда 7,5 килограмға ауырыраҡ штанга күтәреүгә өлгәште.
Яҡташыбыҙ ятып штанга күтәреүҙә билдәлелек яуланы. Ул 52 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендәге 13-15 йәшлектәр араһында 90 килограмлыҡ штанга күтәреп, донъя рекорды ҡуйҙы.
IX класс уҡыусыһы Дмитрий Селянин штанга менән дүрт йыл ныҡлап шөғөлләнә. Уға халыҡ-ара бәйгеләрҙә ҡатнашыу күп тапҡырҙар еңеү килтерҙе, илебеҙ кимәлендәге ярыштарҙы әйтәһе лә түгел. Тренеры Айрат Суфияновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Дмитрий тиҫтерҙәренә һәр йәһәтән дә өлгө, уҡыуҙа ла һынатмай, спортта ла алдынғылыҡты бирмәй. Уның кумиры - донъяның иң көслө кешеһе булып танылған Эльбрус Ниғмәтуллин.
Тиҙҙән үтәсәк донъя Кубогында Дмитрий 102 килограмм ауырлыҡтағы штанганы күтәреп, үҙен һынап ҡарамаҡсы. Үҫмергә уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте сайтынан.