Спорт һәм туризм
25 Ноябрь 2020, 19:15

Легендар футболсы вафат

Диего Марадонаның үлеменең төп сәбәбе ниҙә?

Бөгөн күңелһеҙ яңылыҡ билдәле булды. Легендар футболсы һәм "Химнастия һәм Эсгрима" клубының баш тренеры Диего Марадона вафат булған. Был турала Clarin Аргентина гәзите хәбәр иткән.

Ул Сан-Адрес ҡалаһындағы йортонда үлгән. Бында ул кисерелгән операциянан һуң тергеҙеү курсы үткән. Үлеменең сәбәбе - йөрәк өйәнәге. Уға октябрь аҙағында 60 йәш тулған булған.

Асыҡланыуынса, 4 ноябрҙә футболсының мейеһенә операция яһағандар. Процедура сәғәт ярым дауам иткән һәм ауырлыҡһыҙ үткән. Марадонаның шәхси табибы белдереүенсә, уны дауаханаға һалыу ашығыс булмаған. Гемотоманы томография ваҡытында тапҡандар. Уның барлыҡҡа килеү сәбәбе тип башына һуғыуҙы атағандар. Дауаханаға иһә уның эмоциональ проблемалары сәбәпле эләккән тип хәбәр итәләр.

Донъя чемпионының үлемен Аргентинаның футбол ассоциацияһында ла дәлилләгәндәр.

Диего Марадона - 20 быуаттың иң яҡшы футболсыларының береһе. Ул - Италия Кубогы, Испания Кубогы һәм UEFA Кубогы еңеүсеһе. Аргентинаның йыйылма командаһы өсөн 113 тапҡыр уйнаған һәм 50 тапҡыр туп индергән. 1986 йылда йыйылма команда составында футбол буйынса донъя чемпионы исеменә лайыҡ булған кеше.

Фото: fb.ru
Читайте нас