Һуңғы ваҡытта хоккейсыларыбыҙ ҡыуаныслы яңылыҡтары менән һөйөндөрә. Яҡташыбыҙ, “Салауат Юлаев” хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе Андрей Василевский быйылғы уйын миҙгелендә “Тампа-Бэй” Милли хоккей лигаһының иң көслө ун ҡапҡасыһы исемлегенә индерелде.
Ул ғына ла түгел, Андрей Василевский – был исемлектә беренсе урында. Бынан тыш, Рәсәйҙән тағы “Даллас Старз” командаһы ҡапҡасыһы Антон Худобин ошо уҡ иң яҡшы ун ҡапҡасылар араһында һуңғы урынды биләй.
Өҫтәүенә “Салауат Юлаев” командаһының өс хоккейсыһы – һаҡсы Шакир Мөхәмәҙуллин, һөжүм итеүселәр Родион Әмиров менән Даниил Башкиров ил командаһы составында Йәштәр донъя чемпионатында ҡатнашыу өсөн Канадаға барасаҡ. Әйткәндәй, 26 декабрҙән 5 ғинуарға тиклем Рәсәй командаһы АҠШ, Чехия, Австрия һәм Швеция хоккейсылары менән беренселек өсөн алышасаҡ.
Континенталь хоккей лигаһының регуляр чемпионатына килгәндә, 22 ноябрҙә “Салауат Юлаев” командаһы Ҡаҙағстандың “Барыҫ”ы менән осрашты. Матч башланғанда ике яҡ та тигеҙ уйнаған кеүек тойолғайны. Тик иҫәпте беренсе булып ҡунаҡтар асты: улар беҙҙең ҡапҡаға уйындың беренсе шайбаһын сәпәне. Ә командабыҙ тиҙ генә үҙ көсөн күрһәтә алманы, быға аҙсылыҡта уйнауҙары ла сәбәпсе булды. Шулай ҙа уңыш оҙаҡ көттөрмәне: Теему Хартикайнен иҫәпте тигеҙләп ҡуйҙы.
Уйындың икенсе осоронда иһә Дмитрий Кугрышев, аҙаҡ Александр Кадейкин, Михаил Воробьев “Барыҫ” ҡапҡаһына шайба индерҙе. Һөҙөмтәлә “Салауат Юлаев” үҙ боҙонда икенсе тапҡыр рәттән еңеү яуланы. Иҫәп – 4:1!
25 ноябрҙә командабыҙ “Нефтехимик” менән уйнаны.