Спорт һәм туризм
28 Ноября 2020, 17:00

Буллиттар серияһында хәл ителде

Бөгөн “Өфө-Арена”ла “Салауат Юлаев” Санкт-Петербургтың СКА командаһын ҡабул итте.

Рәттән өс тапҡыр еңеү яулағандарынан һуң, бөгөн дә юлаевсыларға уңыш йылмайыр тип өмөт иткәйнек. Тик барыһы ла беҙ теләгәнсә килеп сыҡманы.
Уйындың 3-сө минутында уҡ Маркус Гранлунд командабыҙҙы алға сығарҙы-сығарыуын. Уға ҡунаҡтар ҡапҡаһына шайба индерергә Теему Хартикайнен менән Сакари Маннинен ярҙам итте. Ошо уҡ беренсе осор аҙағында Ишембай егете Родион Әмиров та СКА ҡапҡаһына бер шайбаны сәпәне. Уға Михаил Воробьев ярҙам итте.
Тик бына икенсе уйын осоронда төньяҡ баш ҡалабыҙ хоккейсылары иҫәпте тигеҙләне - 2:2 (Антон Бурдасов һәм Йоонас Кемппайнен голдары). Ә еңеү яҙмышы буллиттар серияһында хәл ителде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул беҙҙең файҙаға булманы. СКА хоккейсыһы Кирилл Марченко үҙ командаһына еңеү килтерҙе. Шулай итеп, уйын ҡунаҡтар файҙаһына 3:2 иҫәбенә тамамланды.
30 ноябрҙә яратҡан командабыҙ Екатеринбург ҡалаһынан “Автомобилист” менән уйнаясаҡ.
Һүрәттә: һөжүм итеүсе Теему Хартикайнен.
Фото: utv.ru
Читайте нас