Спорт һәм туризм
29 Ноябрь 2020, 07:00

Баймаҡ ҡыҙы оло еңеү яуланы!

Мәскәү өлкәһенән Регина Нурмөхәмәтова оло еңеү менән ҡайтты.

20 - 27 ноябрҙә Мәскәү өлкәһенең Королев ҡалаһында бокс буйынса "Рәсәйҙең олимпия өмөттәре" турниры үтте. Унда Баймаҡ ҡалаһының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашты. Үҙенең кәүҙә ауырлығы категорияһы араһында барған көрәштә Баймаҡ һылыуы Регина Нурмөхәмәтова беренсе урынды яуланы.
Һәр саҡ оло маҡсаттар ҡуйған сәмле Регинаны сираттағы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Артабан да уға һәм уның тренерына уңыштар теләйбеҙ, һау-сәләмәт булығыҙ!
Фото: Баймаҡ район хакимиәте сайтынан.
Читайте нас