Бөгөн “Салауат Юлаев” Екатеринбургта “Автомобилист” менән уйнаны.
Был матчҡа тиклем “Салауат Юлаев”тың форварды Никита Сошников ЦСКА һаҡсыһы Михаил Науменковҡа алмаштырылды.
“Карьерамда был – өр-яңы бит. Етәкселек һәм тренерҙар менән уйын тураһында һөйләштем. Барыһы ла яҡшы. Беренсе уйынды түҙемһеҙләнеп көтәм”, – тип белдергәйне Михаил. Шулай итеп, ул бөгөн беҙҙең команда менән бергә беренсе тапҡыр боҙға сыҡты.
Матч бик үҙенсәлекле булды. “Салауат Юлаев” боҙ хужаларын 1:0 иҫәбе менән еңеүгә өлгәште. Овертаймда берҙән-бер шайбаны Маркус Гранлунд индерҙе. Уға Сакари Маннинен менән Теему Хартикайнен ярҙам итте.