Бөгөн “Салауат Юлаев” “Өфө-Арена”ла Мәскәү ҡунаҡтарын – “Динамо” командаһын – ҡабул итте.
"Динамо"нан Дмитрий Яшкин – ике, Иван Муранов бер шайба индереп, үҙ командаһына еңеү килтерҙе. Ә беҙҙекеләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙ иҫәбенә бер гол да яҙа алманы. “Динамо” өсөн иһә был - рәттән дүртенсе еңеү.
Шулай итеп, "Салауат Юлаев" икенсе тапҡыр еңелде. Быға тиклем ул “Йокерит” менән осрашыуҙа уңышһыҙлыҡҡа дусар булғайны.
7 декабрҙә Өфө хоккейсылары Магнитогорскиҙың “Металлург”ы менән үҙ боҙонда уйнаясаҡ.
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.