Спорт һәм туризм
7 Декабрь 2020, 14:30

Салауатта спортҡа һөйөү тәрбиәләйҙәр

Спорт менән шөғөлләнеүҙә сифатлы ҡорамалдар, ҡулайламалар ҙур әһәмиәткә эйә.

Спорт менән шөғөлләнеүҙә сифатлы ҡорамалдар, ҡулайламалар, бүтән кәрәк-яраҡ ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға күрә спорт мәктәптәрендә матди базаны яҡшырыу йәһәтенән һәр мөмкинлектән файҙаланырға тырышалар. Был эштең һөҙөмтәле алымдарының береһе – милли проекттар.
Мәҫәлән, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты ярҙамында Салауат ҡалаһындағы “Триумф” спорт мәктәбе өсөн 1 миллион 700 мең һумдан ашыуға спорт инвентары һәм ҡорамалы һатып алдылар. Дүрт велосипед, өс классик һәм блоклы ике уҡ-йәйә, бокс секцияһы өсөн ҡорамал, атыу өсөн кәрәк-яраҡ ошо көндәрҙә мәктәпкә тапшырылды.
– Салауат балаларының спорт ҡаҙаныштары йылдан-йыл яҡшыра. Матди база яңыртылғас, һөҙөмтәләр тағы ла яҡшырыр, спортҡа һөйөү артыр, тип ышанабыҙ, – тине спорт мәктәбе директоры Ольга Колчина.
Фото: srk.nationalpriority.ru
Читайте нас