Тау саңғыһы үҙәгендә лә коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу саралары күрелә. Ошоға бәйле ҙур комплекстың дуғалы канат юлына инеү тыйыла. Ски-пасстар тик креслолы канат юлында ғына ғәмәлдә буласаҡ. Креслолы күтәргестә ике кешегә генә ултырырға рөхсәт ителә. Тауға менеү өсөн сиратҡа торғанда ла, касса эргәһендә лә бер-береңдән 1,5 метр социаль арауыҡ тотоу, шәхси һаҡланыу сараларын (битлек, бафф, балаклава, бирсәткә) ҡулланыу талап ителә.