Бөгөн “Салауат Юлаев” “Өфө-Арена”ла Магнитогорскиҙың “Металлург”ы менән уйнаны.
Был уйынға тиклем командабыҙ, 43 мәрәй туплап, Көнсығыш конференцияһы турнир таблицаһында бишенсе урында ине. 20 – 28 октябрҙә ул үҙ боҙонда дүрт уйын үткәреп, өсәүһендә – “Спартак”, “Барыҫ” һәм “Нефтехимик” менән матчтарҙа – еңеү яулағайны. Ә СКА командаһынан еңелгәйне. Ноябрь аҙағында иһә “Автомобилист” менән уйын “Салауат Юлаев” файҙаһына 0:1 иҫәбе менән тамамланһа, декабрь башында “Йокерит” һәм “Динамо”нан еңелдек.
Шуға бөгөн беҙгә еңеү үтә ныҡ кәрәк ине. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был матч та 1:3 иҫәбе менән ҡунаҡтар файҙаһына тамамланды. Теему Хартикайнен “Металлург”тың ҡапҡаһына бер шайба сәпәне. Ә Магнитогорск командаһынан беҙгә Сергей Плотников – ике, Денис Расмуссен бер гол индерҙе. Уйынсыларыбыҙ бөгөн үҙен йәлләмәй уйнаны ла бит, тик уңыш йәнә урап үтте...
Киләһе уйынды Томи Ламса тәрбиәләнеүселәре 11 декабрҙә “Йокерит”ҡа ҡаршы Өфөлә уйнаясаҡ. Унда командабыҙ еңеү яулар тип ышанайыҡ. Ә әлегә “Салауат Юлаев” – “Көнсығыш” турнир таблицаһында бишенсе урында.
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.