Шашка уйнау бәләкәй балаларҙа зирәклек, етеҙлек, һәр аҙымды уйлап эшләү, иғтибарлылыҡ, тиҙ фекер йөрөтөү кеүек сифаттарҙы үҫтерә.
Шашка һәр кемдең тиерлек өйөндә бар, әммә мәктәпкә тиклем балаларҙың күбеһе уны уйнай белмәй тиерлек. Ә өлкәндәрҙең быға күп кенә осраҡта, дөрөҫөн әйткәндә, ваҡыты ла етеңкерәмәй. Аңлашыла: эш күп, тормош мәшәҡәттәре һәр кемде баҫа... Әммә шуның хаҡта оноторға ярамай: был уйынға бәләкәйҙән йәлеп ителгән ҡыҙҙар һәм малайҙар мәктәптә лә тырышып уҡыясаҡ, тип белдерә белгестәр.
Әйткәндәй, күптән түгел Илеш районындағы мәктәпкә тиклемге белем биреү ойошмаларында шашка буйынса турнирҙар ойошторолған. Был ярыштарҙың маҡсаты ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы спорт тормошона йәлеп итеү, уларҙа шашкаға ҡарата һөйөү уятыу булған.
Тәрбиәселәр сараға бик етди ҡараған. Бәләкәйҙәр ҙә тулҡынланыуын еңеп, барлыҡ тырышлығын һалып, уйнарға тырышҡан. Ә жюри ағзалары булған тәрбиәселәр матчтарҙың дөрөҫ барышын күҙәткән.
Иң сәмселдәр һәм зирәктәр грамоталар менән бүләкләнгән. Ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың бәләкәс кенә йөрәктәренә шашканың, шул иҫәптән спорттың да мауыҡтырғыс һәм кәрәк икәнлеге хаҡындағы уй-фекер һалынған.