Спорт һәм туризм
9 Декабрь 2020, 10:42

Әбйәлил баһадиры

Чемпион балаларҙы самбо серҙәренә өйрәтә.

Самбо – барлыҡ донъяла киң танылыу яулаған спорт төрө. Ул үҙ-үҙеңде яҡларға ғына ярҙам итмәй, шулай уҡ сыҙамлылыҡ, рух ныҡлығы, тормош ауырлыҡтары алдында албырғап ҡалмау кеүек сифаттарҙы ла тәрбиәләй.


Бала саҡтан сынығып үҫкән


Әлфирҙең бала сағы әсәһе Илүзә апайҙың тыуған яғы булған Әбйәлил районының Ишбулды ауылында үтә. Бәләкәй ваҡыттан эшкә сынығып үҫкән малай, Магнитогорск ҡалаһына күсеп барып, шунда уҡый башлағас, тиҫтерҙәре араһында сослоғо, етеҙлеге менән айырылып тора. Шулай ҙа ауылдан килгән башҡорт малайына сәбәпһеҙгә бәйләнгән “текә” үҫмерҙәр табыла. “Мәктәпкә барғас, шунда уҡыған Антон исемле малай менән йыш сәкәләшә торғайныҡ, — тип хәтерләй ул ваҡытты егет. — Дәғүәсем үҙен бик ышаныслы тотһа ла, тәкәббер ҡыланһа ла, мин дә һис бирешергә уйламаным. Шунан бер тапҡыр унан: “Ә һин ниндәй спорт төрө менән шөғөлләнәһең?” – тип һораным һәм “Дзюдоға йөрөйөм” тигән яуапты ишеткәс, мин дә шөғөлләнергә булдым”.
Шулай итеп, Әлфир Әсәҙуллин дзюдо буйынса юғары категориялы тренер, СССР-ҙың спорт мастеры Анатолий Плотниковта шөғөлләнә башлай. Дзюдо келәменә 10 йәшендә баҫҡан малай тиҙ арала тренерҙың иң яҡшы тәрбиәләнеүсеһе булып таныла, сөнки ул үҙ өҫтөндә ныҡышмалы эшләй, бер күнекмәне лә ҡалдырмай.
– Шуныһы ҡыҙыҡ: ярыштарға сыға башлағас, мин ҡала эсендәге чемпионаттарҙа гел икенсе урынды яулай торғайным, — ти Әлфир. — Ә Силәбе өлкәһендә сығыш яһағанда, ниңәлер еңеү еңелерәк бирелде.
Тренерының ышанысын тулыһынса аҡлай егет: биш йыл эсендә ете тапҡыр дзюдо, ике тапҡыр самбо буйынса чемпион титулын яулай. 16 йәшендә генә дзюдо буйынса спорт мастеры исеменә лайыҡ булып, өлкәлә иң йәш спорт мастеры тип табыла. Силәбеләге турнирҙарҙа бил бирмәҫ батыр тиҙҙән Урал федераль округы чемпионаттарында үҙен һынай башлай.
Бында Әлфирҙең һәләттәре тағы ла сағыуыраҡ асыла. Самбо буйынса Урал федераль округы беренселегендә ул, донъя чемпионы Денис Ярцевтан ғына ҡалышып, икенсе урынды яулай. Был уға Бөтә Рәсәй турнирында ҡатнашыу хоҡуғын бирә. Күп тә үтмәй, ошондай уҡ чемпионатта алтын миҙал яулаған Әлфир Әсәҙуллин дзюдо буйынса округ командаһы составына индерелә. Таҫыллығы менән айырылып торған йәш спортсы ике тапҡыр Силәбе өлкәһе губернаторы стипендиаты була.


Еңеүҙәре бихисап


Ҡатнашҡан турнирҙары, яулаған еңеүҙәре ифрат күп спортсының. Шуға һәр ярышты ваҡыты буйынса теүәл хәтерләп тә бөтмәй. Шулай ҙа уның иң сағыу хәтирәләрен барланыҡ.
Силәбе өлкәһе губернаторы призына дзюдо буйынса уҙғарылған Бөтә Рәсәй турнирында беҙҙең илдән генә түгел, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Сербия, Германия, Әрмәнстан һәм башҡа тарафтарҙан бөтәһе 123 данлыҡлы көрәшсе килә. Улар араһында халыҡ-ара һәм атҡаҙанған спорт мастерҙары күп була. Ошондай мәртәбәле турнирҙа лайыҡлы сығыш яһай яҡташыбыҙ.
Иң абруйлы спортсылар тупланған 73 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәме төркөмөндә ул донъя һәм Европа чемпионы, халыҡ-ара спорт мастеры осетин Батраз Кайтмазовты еңеүгә өлгәшә! Ярыш тамамланғас, Батраз яҡташыбыҙҙы килеп ҡосаҡлай һәм алыш өсөн рәхмәт белдерә.
– Осрашыу аҙағынан спортсыларҙың бер-береһенә хөрмәт белдереүе самбо менән дзюдола – ғәҙәти хәл, — ти чемпион.

Бындай ихтирам Әлфиргә һуңынан да йыш күрһәтелә. Силәбе өлкәһе, Урал федераль округы, Рәсәй турнирҙарында үҙенең ауырлыҡ үлсәме төркөмөндәге барлыҡ көрәшселәрҙе еңеп сыҡҡан яҡташыбыҙ Азия турнирында ҡатнашыу хоҡуғына эйә була.
“Был ҙур сараға Азия илдәренән иң ҡеүәтле, бәһлеүән көрәшселәр йыйыла, — тип хәтерләй әңгәмәсем. — Теркәлеү үтеп, үлсәнергә теҙелгәс тә, үҙемдең ауырлыҡ үлсәмендәге бер батырға иғтибар иттем. Бер үк ауырлыҡта булһаҡ та, ул минән ике тапҡырға киңерәк ине. Был егет менән барыбер көрәшергә тура киләсәк тип, ул келәмгә сыҡҡан һайын күҙәтеп ултырҙым һәм, буласаҡ дәғүәсемдең хәтәр көслө булыуына ҡарамаҫтан, техникаһы хөртөрәк икәнлеген шәйләп ҡалдым.
Икебеҙ ҙә сирекфиналға еттек (ә уға тиклем Әлфир Әсәҙуллин иң шәп самбо оҫталары менән дан тотҡан Үрге Пышма ҡалаһынан килгән өс спорт мастерын арҡаһына һалырға өлгөрә. – Авт.), бында ул Үрге Пышма көрәшсеһенә ҡаршы сыҡты. Күрәм: азиат келәмдә дәғүәсеһен күтәреп тиерлек йөрөтә, уға аяғына баҫырға ла ирек бирмәй — бына ниндәй көслө ине ул! Тик көрәш техникаһын белмәүе арҡаһында, кинәт ҡыҫымға эләгеп еңелде”.
Шулай итеп, финалда Әлфир Пышма егете менән осраша һәм, уны өс тапҡыр келәмгә ташлап, һис һүҙһеҙ еңеү яулай. Еңелгән көрәшсе — ә ул, белһәгеҙ, донъя чемпионы, атҡаҙанған спорт мастеры – ярыш тамамланғас, Әбйәлил егетенә рәхмәт белдереп, ҡулын ҡыҫа.
Ошо еңеүе менән Әлфир Әсәҙуллин самбо буйынса спорт мастеры нормативын үтәй. Спортсының иң ҡәҙерле тип һанаған тағы бер еңеүе — Рәсәй команда чемпионатында яулаған көмөш миҙал. Бында ул Урал федераль округы командаһы составында сығыш яһай, спортсылар әллә нисә ауыр осрашыу үткәрә һәм финалда Санкт-Петербург ҡалаһынан ғына ҡалышып, дөйөм иҫәптә икенсе урынды ала.


Остазына тоғро ҡалған


Рәсәй биләмәһендә уҙғарылған турнирҙарҙың барыһында ла еңеп сыҡҡан һәм даны таралған чемпионға башҡа тренерҙарҙан да, илдең төрлө төбәктәренән дә тәҡдимдәр ағыла, ҙур мөмкинлектәр асыла. Әммә Әлфир үҙен малай ғына сағынан тәрбиәләгән, дзюдо һәм самбо буйынса бар тәжрибәһен биргән тренерын ташлап китмәй.
–Анатолий Иванович миңә атай урынына ине, — ти спортсы. — Сөнки ул дзюдо серҙәренә генә өйрәтеп ҡалманы, тормош һабаҡтары ла бирҙе, теге йәки был осраҡта үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген өйрәтте. Икенсе тренерға китеү уға хыянат итеү кеүек булыр ине.
Анатолий Плотниковтың оҫталығы шунда: ул спортсыларҙы бер ҡалыпҡа һалып түгел, ә төрлө яҡлап өйрәтә.

– Мәҫәлән, бер күнекмәлә беҙ тиҙлек менән эшләргә өйрәнһәк, икенсеһендә көс, сыҙамлылыҡ алымдарын үҙләштерәбеҙ. Көрәштең ошондай нескәлектәрен белеү келәмдә дәғүәсенең йомшаҡ яҡтарын алдан күрергә һәм үҙ файҙаңа бороу мөмкинлеген бирә, — тип аңлата чемпион.
Магнитогорскиҙа ҡалыу уға тағы бер тормош тәжрибәһе бирә — Әлфир Әсәҙуллин Силәбелә шөғөлләнгән билдәле Рәсәй спортсыһы, дзюдо буйынса Олимпия уйындары чемпионы, атҡаҙанған спорт мастеры Мансур Исаевтың спарринг-партнеры була.
Әлфирҙең келәмдәге сығыштары — тиҙлек, етеҙлек өлгөһө. Көндәлек тормошта тып-тыныс, баҫалҡы ғына күренгән спортсы келәмдә юлбарыҫҡа әйләнәме ни?! Дәғүәсеһен “һә” тигәнсә ҡармап, йә ташлап, еңелергә мәжбүр итә.
Даими барған ярыштар араһында маҡсатлы егет Магнитогорск дәүләт техник университетында уҡып, юғары белем ала, “Росгвардия” ғәскәрҙәре сафында хәрби бурысын үтәп, сержант дәрәжәһендә ҡайта. Армияға тиклем ике йыл тирәһе тренер булараҡ тәжрибә тупларға өлгөрә. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, спортсыға төрлө хоҡуҡ һаҡлау органдарынан эшкә саҡырыуҙар килә. Шул тәҡдимдәрҙең береһен ҡабул итеп, Әлфир Азамат улы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында эшләгән ир-егеттәргә самбо һәм дзюдо буйынса күнекмәләр уҙғара башлай. Һөҙөмтәлә уның тәрбиәләнеүселәре команда иҫәбендә өсөнсө урынды яулай.


Хәҙер үҙе – тренер


Ә быйылғы уҡыу йылынан спорт мастеры, Рәсәй һәм Азия чемпионы Әлфир Әсәҙуллин, район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә эшкә килеп, Әбйәлилдә тренерлыҡ эшен башланы.
– Районға ҡайтырға теләк күптән бар ине, — ти егет. — Был уйымдың тормошҡа ашыуында күптәнге дуҫтарым Салауат Баһауов, Вадим Мәғәфүров, Юнир менән Фәнис Таһировтарҙың өлөшө ҙур. Шулай уҡ башланғысымды хуплаған балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ласын Усмановҡа рәхмәт. Быға тиклем дә Салауатҡа, ул өлгөрмәгән ваҡыттарҙа күнекмәләр үткәреп, ярыштарҙа судья булып ярҙам итә инем. Тупаҡтағы ауылдаштар осрашыуында тәүге тапҡыр самбо ярышы ойошторҙоҡ. Ауыл малайҙарының ныҡышмалылығы, сабырлығы, көслө булыуы оҡшай. Улар күнекмәләргә ихлас йөрөй, тырыша. Ундай балалар менән эшләүе лә еңел.
Әлфир, үҙен тулыһынса тренерлыҡ эшенә арнап, ауылға кәләше — Әбйәлил һылыуы Әлиәне һәм ҡыҙы Даринаны ла күсереп алып ҡайтҡан. Йәш ғаилә әлегә Тупаҡ ауылында төпләнгән.
Бөгөн Әлфир, Салауат Нуриман улы Баһауов менән берлектә Тупаҡ, Ташбулат һәм Михайловка ауылдарында балаларҙы самбо серҙәренә өйрәтә.
– Төркөмдәрҙә һәләтле уҡыусылар етерлек: Тупаҡтан Йәмил Искәнйәров, Азат Әхтәмов, Руслан Йыһангиров, Алишер Усманалиев, Таштимерҙән Нил Ноғоманов, Ташбулаттан Артем Сафин, Арыҫлан Фәйезов, Михайловканан Егор Закирйәнов, Рималь Гәрәев — республика ғына түгел, Рәсәй кимәлендә сығыш яһай алған үҫмерҙәр, — тип өмөтлө спортсыларҙы барлай йәш тренер.
Үҙ эшенә бөтә күңелен һалып башҡарған, тормошта ҡуйған маҡсаттарына һәр саҡ өлгәшкән тырыш педагог, чемпион етәкселегендә шөғөлләнеү бәхете эләккән Әбйәлил көрәшселәре киләсәктә үҙен танытасаҡ, тип ышанам.


Әбйәлил районы.
Читайте нас