Спорт һәм туризм
9 Декабрь 2020, 10:44

Юлиә һәр йәһәттән өлгө

Спорт һәр кемдә ихтыяр көсө, ныҡлы рух һәм маҡсаттарыңа өлгәшеүсәнлек кеүек сифаттар тәрбиәләй – был хаҡта хәҙер һәр кем хәбәрҙар. Өҫтәүенә ошондай һыҙаттарға эйә булырға ярҙам иткән каратэ ла күптән барлыҡ донъяла киң танылыу яуланы.

Спорт һәр кемдә ихтыяр көсө, ныҡлы рух һәм маҡсаттарыңа өлгәшеүсәнлек кеүек сифаттар тәрбиәләй – был хаҡта хәҙер һәр кем хәбәрҙар. Өҫтәүенә ошондай һыҙаттарға эйә булырға ярҙам иткән каратэ ла күптән барлыҡ донъяла киң танылыу яуланы.
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, был спорт төрө башта үҙ-үҙеңде һаҡлау өсөн ҡул һуғышы булған. Ә хәҙер уның менән балалар ҙа шөғөлләнә. Японияла уны хатта мәктәптә өйрәтәләр: I кластан ҡыҙ йәки малай үҙенең теләге һәм ата-әсәһенең рөхсәте менән был спорт төрөн һайлау мөмкинлегенә эйә. Был илдәге спорт клубтарында, ғәҙәттә, биш йәштән каратэ менән шөғөлләнә башлайҙар. Шулай итеп, күптәр 10 йәшенә үҙенең беренсе ҡаҙанышын – данын ала.
Хәҙер Рәсәйҙә лә кескәйҙәрҙе был спорт төрөнә биш-алты йәштән йәлеп итә башланылар. Әлбиттә, был осраҡта балаларға айырым иғтибар талап ителә. Тренерҙың да бәләкәсте спортҡа ылыҡтыра һәм уны аңлай белеүе зарур. Каратэның үҙ маҡсатыңа өлгәшеүсәнлек, сыҙамлылыҡ, иғтибарлылыҡ, тормош ауырлыҡтары алдында баҙап ҡалмау, үҙ-үҙеңде яҡлай алыу кеүек сифаттарҙы тәрбиәләүе күп кенә ата-әсәләргә балаларын ошо спорт төрө секцияларына биреүгә булышлыҡ итә.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында каратэ менән шөғөлләнгән бер ҡыҙ бар. Ул – күптәргә таныш Юлиә Байымова. Был спорт төрөнөң барлыҡ стилдәре буйынса мастер кандидаты ул Юлиә Альберт ҡыҙы. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, әллә күпме ҡаҙаныштарға өлгәшкән: Рәсәй беренселегендә алты тапҡыр еңеүсе тип танылған, былтыр донъя беренселегендә көмөш миҙалға лайыҡ булған, 2018 йылда Европа кубогын яулаған.
Юлиә Байымова Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Шотокан” спорт клубында тренер А.В. Махновскийҙа шөғөлләнә. Унда тәрбиәләнгән балалар һәм үҫмерҙәр республика, ил һәм халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙа даими ҡатнаша.
Спорт менән шөғөлләнеүҙән тыш, Юлиә үҙе белем алған 6-сы гимназиялағы барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнай һәм Стәрлетамаҡтағы йәмәғәтселек тормошонан да ситтә ҡалмай. Ул 2020-2021 йылдарҙа һәләтле балалар араһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты тип тә танылған. Уңған, тырыш ҡыҙ киләсәктә Башҡортостан данын әллә ҡайһы тарафтарға яңғыратыр әле!
Читайте нас