Бөгөн “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Геопарктар буйынса попечителлек советы ултырышын үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар төбәктә геопарктарҙы үҫтереү мөмкинлектәре һәм тейешле туристик инфраструктура булдырыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
– Беҙ илдә һәм совет осоронан һуңғы осорҙа тәүгеләрҙән булып Салауат районында “Янғантау” геопаркын ойошторҙоҡ. Уның ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәренә инеүе – беҙҙең өсөн мөһим еңеү, – тине Радий Хәбиров. – Хәҙер геопарктарыбыҙ меңдәрсә туристы йәлеп итһен өсөн инфраструктураны үҫтерергә, сифатлы хеҙмәтләндереү булдырырға, уларҙы төҙөкләндереү, танытыу менән шөғөлләнергә кәрәк.
Республика Башлығы төбәктәге Иҡтисади үҫеш министрлығына “Янғантау” һәм “Торатау” геопарктарын үҫтереү буйынса ентекле юл картаһын әҙерләргә ҡушты.
– Хәҙер “Торатау” геопаркын да ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәренә индереү йәһәтенән эш алып барабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Яҡын киләсәктә ғаризабыҙ хупланһын өсөн был йүнәлештә йылдам алға барырға кәрәк.
Туризм буйынса федераль агентлыҡтың дәүләт туристик проекттары һәм туризм хәүефһеҙлеге идаралығы начальнигы Елена Лысенкова һәм ЮНЕСКО-ның геофәндәр һәм геопарктар буйынса халыҡ-ара программаһы етәксеһе Кристоф Ванденберг Башҡортостанда геопарктар ойоштороу йәһәтенән башҡарылған эшкә юғары баһа бирҙе. Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов “Янғантау” һәм “Торатау” геопарктарын үҫтереү перспективаһы тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, ике геопарктың инфраструктураһын булдырыуға сығым 920 миллион һум тәшкил итәсәк.
Дәүләт Думаһы депутаттары Инга Юмашева һәм Рима Баталова Рәсәй парламенты түбәнге палатаһының ҡайһы бер норматив акттарға төҙәтмәләр әҙерләүе тураһында һөйләне. Улар геопарктар биләмәһендә тәбиғәткә зыян килтермәйенсә автомобиль юлдары һалыу һәм инфраструктураны үҫтереү мөмкинлеген бирәсәк.
– Торатауҙа Ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлектәрҙе тапап бөтмәһендәр өсөн киләһе йылдан да ҡалмай туристарға баҫҡыс төҙөргә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Юғиһә тәбиғәткә ҙур зыян киләсәк.