Спорт һәм туризм
11 Декабрь 2020, 15:02

Ҡасан беҙгә уңыш йылмайыр?

Йылдың һуңғы айы “Салауат Юлаев” хоккейсылары өсөн ниңәлер уңышһыҙлыҡтарҙан башланды. Күпме генә тырышһалар ҙа, бер ҙә еңеү яулай алмайҙар...

Йылдың һуңғы айы “Салауат Юлаев” хоккейсылары өсөн ниңәлер уңышһыҙлыҡтарҙан башланды. Күпме генә тырышһалар ҙа, бер ҙә еңеү яулай алмайҙар...


2 декабрҙә Континенталь хоккей лигаһы чемпионатында ҡаралған берҙән-бер осрашыу сиктәрендә “Салауат Юлаев” Финляндияла “Хартвалл-Арена”ла “Йокерит” менән уйнаны.
Быға тиклем беҙҙең команда бар­лығы 33 уйында ҡатнашып, 43 мәрәй туплағайны һәм Көнсығыш турнир таблицаһында өсөнсө урын биләй ине. Ә “Йокерит”, коронавирус инфек­цияһы сәбәпле ике аҙна карантинда булып, 32 мәрәй йыйып, Көнбайыш конференцияһында етенсе килде.
Белеүебеҙсә, “Салауат Юлаев”та финдар байтаҡ. Улар – ҡапҡасы Юха Метсола, һөжүм итеүселәр Маркус Гранлунд, Сакари Маннинен, Теему Хартикайнен. Шуға ла был матч – ошо уйынсыларыбыҙҙың үҙ яҡташ­тары менән осрашыуы – күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр. Тик уйын башланғанға тиклем шул билдәле булды: Финляндияның баш ҡалаһы властары ҡунаҡ командаға ҡарата сикләүҙәр индергән. Шулай итеп, һаҡсылар Филип Ларсен, Евгений Бирюков, Алексей Семенов, һөжүм итеүселәр Илья Баранов, Владислав Картаев һәм Данил Алалыкин матчта ҡатнаша алманы. Өҫтәүенә “Хортвалл-Арена” биләмәһенә клуб менед­жерҙары, хеҙмәткәрҙәрҙең бер өлөшө үткәрелмәне. “Финляндияның баш ҡалаһы Хельсинки властары бер яҡтан ҡаралған тәртиптә команда­быҙға ҡарата сикләү саралары индер­ҙе. Ҡанында COVID-19-ға антимат­дәләре мотлаҡ процент күләмендә булғандар ғына уйынға үткәрелде. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең “Салауат Юлаев” фин клубы, Континенталь хоккей лигаһы вәкилдәренән дә был сикләү саралары тураһында бер ниндәй ҙә күрһәтмә йәки кәңәш алманы”, – тип хәбәр иттеләр “Салауат Юлаев” хоккей клубының матбуғат хеҙмәтенән. Бынан тыш, һаҡсы Михаил Науменков, виза менән бәйле проблемалары булып, был матчта ҡатнаша алманы.
Бына ошондай күңелһеҙ яңы­лыҡтар менән башланғайны был уйын. Иҫәпте Пакаринен Ирро (“Йокерит”) асты. Аҙаҡ беҙҙән Евгений Лисовец иҫәпте тигеҙләне. Матчтың өсөнсө осоро башланғанда ла иҫәп ошолай ине. Һуңғараҡ “Йокерит” хоккейсыһы Ессе Йоэнсуу һәм Марко Ан берешәр гол индерҙе. Матч 3:1 иҫәбе менән “Йокерит” файҙаһына тамамланды.

5 декабрҙә “Салауат Юлаев” “Өфө-Арена”ла Мәскәү ҡунаҡтарын – “Динамо” командаһын – ҡабул итте. Был матчта “Динамо”нан Дмитрий Яшкин – ике, Иван Муранов бер шайба индереп, үҙ командаһына еңеү килтерҙе. Ә беҙҙекеләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙ иҫәбенә бер гол да яҙа алманы. “Динамо” өсөн иһә был рәттән дүртенсе еңеү ине. Шулай итеп, “Салауат Юлаев” икенсе тапҡыр еңелде.
7 декабрҙә Өфө хоккейсылары Магнитогорскиҙың “Металлург”ы менән үҙ боҙонда уйнаны. Был матчҡа тиклем командабыҙ, 43 мәрәй туплап, Көнсығыш конференцияһы турнир таблицаһында бишенсе урында ине.
Һуңғы уңышһыҙ матчтарҙан һуң беҙгә еңеү үтә ныҡ кәрәк ине. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был осрашыу ҙа 1:3 иҫәбе менән ҡунаҡтар файҙаһына тамамланды. Теему Хартикайнен “Металлург”тың ҡапҡаһына бер шайба сәпәне. Ә Магнитогорск команда­һынан беҙгә Сергей Плотников – ике, Денис Расмуссен бер гол индерҙе. Уйынсыларыбыҙ үҙен йәлләмәй уйнаны ла бит, тик уңыш йәнә урап үтте...
Киләһе уйынды Томи Ламса тәрбиәләнеүселәре 11 декабрҙә “Йокерит”ҡа ҡаршы Өфөлә уйнаясаҡ. Унда командабыҙ еңеү яулар тип ышанайыҡ. Ә әлегә “Салауат Юлаев” – “Көнсығыш” турнир таблицаһында бишенсе урында.
Читайте нас