Ҡазанда барған XVIII билбау көрәше буйынса донъя чемпионатында ике тапҡыр донъя чемпионы, яҡташыбыҙ Артур Зөлҡәрнәев гүзәл зат вәкилдәрен бүләкләгән ваҡытта һөйгән ҡыҙы Камила Елисееваға тәҡдим яһаны. “Ошо мәлде файҙаланып, яратҡан ҡыҙым Камилаға тәҡдим яһағым килә”, – тине ул. Уға һүҙ Рәсәй Гимны яңғырар алдынан бирелгәйне. Ҡыҙ уға: “Эйе”, – тип яуап бирҙе. Әйткәндәй, Камила 52 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә еңеү яуланы. Ул да, Артур ҙа был ярыштарҙа республикабыҙ данын яҡлай.