Спорт һәм туризм
14 Декабрь 2020, 11:00

Спорт саралары мотлаҡ буласаҡ!

Турнирҙар, ҡышҡы уйындар, йүгереү һәм йөрөүҙәр - барыһы ла планлаштырылған.

Яңы йыл байрамдары быға тиклем күп кешеләр ҡатнашлығындағы спорт сараларынан тыш үтмәй торғайны. Быйылғы коронавирус пандемияһы арҡаһында, был тармаҡҡа ниндәй үҙгәрештәр индерелгән? Был турала оператив кәңәшмәлә йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов һөйләне.
Эйе, быйыл да оҙайлы ялдар спорт сараларһыҙ үтмәйәсәк. Министрлыҡ кәмендә туғыҙ сара планлаштырған, унда дүрт тематик көн инә.
– Сараларҙың төп өлөшө тышта, асыҡ майҙансыҡтарҙа үтәсәк. Биналарҙа ойошторолғандарында 30-ҙан артыҡ кеше ҡатнашмаясаҡ, – тине Руслан Хәбибов.
Спорт байрамы 27 декабрҙә үк башланасаҡ. Спорт әҙерлеге үҙәгендә Эльбрус Ниғмәтуллиндың “Урал батыр” көс экстримы буйынса асыҡ республика турниры үтәсәк. Өфөгә Ҡурған, Мурманск, Силәбе, Липецк, Белгород, Пенза өлкәләре, Мәскәү ҡалаһы, Ханты-Манси автономиялы округы һәм Башҡортостандан 12 иң көслө спортсы киләсәк. Ярыштар тура эфирҙа күрһәтеләсәк.
Ошо уҡ осорҙа республиканың һәр районында “Батырҙар көнө”н үткәреү планлаштырыла. Унда ҡатнашыусыларҙы ҡар һуғыштары, команда уйындары, “Тау батшаһы” уйыны һәм башҡа ярыштар көтә.
1 ғинуарҙа Өфөлә “Вәғәҙәләр йүгереүе” буласаҡ. Дистанция 100 метрҙан 2021 метрға тиклем. Шул уҡ көндө “Башҡорт (скандинав) йөрөүе көнө” үтәсәк.
3 ғинуарҙа – ҡышҡы уйындар көнө: хоккей, ҡышҡы футбол, саңғы ярыштары, ҡышҡы балыҡ тотоу, “Атай, әсәй, мин – спорт ғаиләһе” ғаилә старттары ойошторола.
13 ғинуарҙа онлайн тәртиптә шахмат буйынса “Чемпиондар чемпионаты” асыҡ республика турниры үтәсәк.
Барлыҡ спорт сараларында ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшләйәсәк һәм санитар-эпидемиологик талаптар үтәләсәк.
Фото: Башинформ.
Читайте нас