Спорт һәм туризм
18 Декабря 2020, 08:23

“Батыр”ҙың батырҙары һынатманы!

Ҡазанда үткәрелгән XVIII билбау көрәше буйынса донъя чемпионатында Өфөләге “Батыр” спорт мәктәбенең дүрт тәрбиәләнеүсеһе чемпион тип танылды.

Ҡазанда үткәрелгән XVIII билбау көрәше буйынса донъя чемпионатында Өфөләге “Батыр” спорт мәктәбенең дүрт тәрбиәләнеүсеһе чемпион тип танылды.


58 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә – Камилла Елисеева, 75 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә – Артур Зөлҡәрнәев, 90 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә – Наил Мөхәмәтйәнов, 100 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Рөстәм Зыяҡаев беренселекте яуланы. Бынан тыш, 58 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә – Алена Фәттәхова, 57 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә – Илфак Ибәтуллин һәм 90 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә Илнар Сәлимйәнов көмөш миҙалға лайыҡ булды.


Был спорт сараһында тағы бер ҡыуаныслы сара булды. Дүрт тапҡыр донъя чемпионы, яҡташыбыҙ Артур Зөлҡәрнәев гүзәл зат вәкилдәрен бүләкләгән ваҡытта һөйгән ҡыҙы Камилла Елисееваға тәҡдим яһаны. “Ошо мәлде файҙаланып, яратҡан ҡыҙым Камиллаға тәҡдим яһағым килә”, – тине ул. Уға һүҙ Рәсәй Гимны яңғырар алдынан бирелгәйне. Ҡыҙ уға: “Эйе”, – тип яуап бирҙе. Әйткәндәй, Камилла 52 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә еңеү яуланы. Ул да, Артур ҙа был ярыштарҙа республикабыҙ данын яҡланы.


Аҙаҡ Артур: “Күптән Камиллаға еңһә, тәҡдим яһармын, тигән вәғәҙә биргәйнем. Бында уҡ балдаҡты һатып алдым”, – тип белдерҙе.

Артур Зөлҡәрнәев үҙе лә уңышлы спортсы. Сираттағы чемпионатта ул дүртенсе тапҡыр чемпион тип танылды. 2016 йылдан алып уға тиңдәр юҡ. Егет үҙе өсөн тағы рекордтар яһамаҡсы.


Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Башҡортостандың барлыҡ спортсыларын да төп составҡа алған ине. Ә Бөтә Рәсәй билбау көрәше буйынса федерация президенты Рушан Рамазанов башҡорт спортсыларының уңыштарын ғына түгел, республикалағы спорт сараларын ойоштороу йәһәтенән дә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшелеүе хаҡында белдергән.


Әйткәндәй, быйыл донъяның 35 иленән 150 спортсы халыҡ-ара турнирҙа ҡатнашты. Ә республикабыҙ спортсыларына килгәндә, улар өсөн был йыл бик уңышлы булды. Киләсәктә спортсыларыбыҙ был һөҙөмтәләрҙә генә туҡталып ҡалмаҫҡа, күрһәткестәрҙе тағы күтәрергә һәм билбау көрәшен тағы үҫтерергә вәғәҙә итә.
Читайте нас