Бөгөн “Салауат Юлаев” Минскиҙың “Динамо”һы менән осрашты.
Был уйын беҙҙекеләрҙең иҫ киткес еңеүе – 8:3 иҫәбе – менән тамамланды. Шулай итеп, “Өфө-Арена” бөгөн хайран ҡалмалы уйынға шаһит булды. Матчтың тәүге осоронда тамашасыларға гол күреү бәхете тәтемәне. Ә бына икенсеһендә ҡунаҡтар Роман Горбуновтың шайбаһы ярҙамында алға сыҡты. Тик уларҙың бер голына беҙҙекеләр өсәү менән яуап бирҙе. Сакари Маннинен, Джеффри Платт һәм Маркус Гранлунд индерҙе уларҙы.
Өсөнсө осор башында беҙҙекеләр үҙҙәренең өҫтөнлөгөн биш шайбаға тиклем арттырҙы. Был юлы Михаил Науменков, Артем Пименов һәм тағы Сакари Маннинен гол хужалары булды.
Матч аҙағында беҙҙән Владимир Жарков менән Эдуард Ғиматов ҡунаҡтар ҡапҡаһына тағы ике гол сәпәне.
24 декабрҙә “Салауат Юлаев” Екатеринбургта “Автомобилист” менән осрашасаҡ.