Спорт һәм туризм
25 Декабрь 2020, 10:30

“Үҙебеҙҙе әкиәттәгеләй тойҙоҡ”, - ти Шаран туристары

"Яңы йыл алдынан беҙгә шундай матур сәйәхәт бүләк иттеләр"

Республикала өлкән быуын өсөн туризм йылдан-йыл киңерәк була бара. Быйыл сентябрҙә “Башҡортостан ғүмер оҙайлығы.Туризм” проекты эш башланы. Бер-ике көнлөк сәйәхәттәр өлкәндәр күңеленә хуш килде. Яңы йыл алдынан Шаран районының бер төркөм пенсионерҙары социаль турҙа ҡатнашып, онотолмаҫ тәьҫораттар алды.
Комфортабелле автобус өлкәндәрҙе баш ҡала буйлап экскурсияларҙа йөрөттө, экскурсоводтар уларға ҡала тарихына бәйле ваҡиғалар һәм риүәйәттәр һөйләне. Лимонарийҙа булып, экзотик үҫемлектәр менән танышыу айырыуса оҡшаны. “Үҙебеҙҙе әкиәттәгеләй тойҙоҡ”, - тип һөйөндө улар. Өфөнөң тарихи урындарында, республиканың Милли музейында булыу яңы хис-тойғолар уятты.
- Яңы йыл алдынан беҙгә шундай матур сәйәхәт бүләк иттеләр, - тип шатлана пенсионерҙар. - Иң мөһиме - түләүһеҙ. Программала ҡатнашыу өсөн сайтта теркәлергә генә кәрәк.
Шаран туристарының киләһе сәйәхәте киләһе йылдың март айына планлаштырылған. Уныһы ла ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс буласаҡ. Сайтта теркәлергә ашығығыҙ!
Фото: Башҡортостан Республикаһының рәсми порталы.
Читайте нас