Спорт һәм туризм
25 Декабрь 2020, 08:30

Елистратов йәнә чемпион!

Яҡташыбыҙ өс иптәше менән киләһе йылдың ғинуар аҙағында Европа чемпионатында ил намыҫын яҡлаясаҡ. Уңыш теләйбеҙ!

Яҡташыбыҙ шорт-трекист Семен Елистратов республика данын тағы бер баҫҡысҡа күтәрҙе. Ул йәнә Рәсәй чемпионы исемен яуланы. Спортсы Коломнала үткән Рәсәй ярыштарында шәхси зачетта иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.
Егет ярышта ҡатнашҡан 35 спортсыны уҙыуға өлгәшкән. Конькиҙа уҙыш спорты буйынса Рәсәй йыйылма командаһының өлкән тренеры Владимир Григорьев әйтеүенсә, Семен Елистратов һәм уның иптәштәре Денис Айрапетян, Софья Просвирнова һәм Екатерина Ефременкова Европа чемпионатында ил намыҫын яҡлаясаҡ. Был спорт сараһы Польшала киләһе йылдың 22-24 ғинуарында үтәсәк.
Фото: Рәсәй конькиҙа уҙышыусылар союзы.
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас