Спорт һәм туризм
24 Декабрь 2020, 20:45

Үткән уйында шаҡ ҡатырғайнылар, ә бөгөн...

Бөгөн “Салауат Юлаев” Екатеринбургта “Автомобилист” командаһы менән осрашты.

Бөгөн “Салауат Юлаев” Екатеринбургтағы “Уралец” стадионында “Автомобилист” менән осрашты.
Үткән матчта командабыҙ еңеү яулағас, был юлы ла уңыш йылмайыр тип өмөт иткәйнек. Тик “Автомобилист” үҙ майҙанындағы уйында беҙҙекеләргә беренселеккә сығыу форсатын бирмәне. Уйын улар файҙаһына 3:2 иҫәбе менән тамамланды. “Салауат Юлаев” командаһынан һөжүм итеүсе Маркус Гранлунд хужалар ҡапҡаһына бер түгел, ике шайба сәпәне.
Тағы командабыҙҙан Владимир Жарковтың хәтерендә был көн Континенталь хоккей лигаһындағы 500-се матч булып уйылып ҡалды.
Командабыҙ һаҡсыһы Александр Алексеев: “Аҙаҡҡа тиклем көрәштек, тик шулай килеп сыҡты. Был – хоккей. Уйын беҙҙеке ине. Тик аҙаҡтан форсатты файҙалана алманыҡ һәм ике голдан ҡолаҡ ҡаҡтыҡ”, – тип белдерҙе.
26 декабрҙә “Салауат Юлаев” хоккейсылары “Себер” командаһы менән осрашасаҡ. Әле беҙҙекеләр Көнсығыш конференцияһының турнир таблицаһында бишенсе урында.
ҺҮРӘТТӘ: һаҡсы Александр Алексеев.
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.
Читайте нас