Спорт һәм туризм
26 Декабрь 2020, 17:00

“Бындай бүләкте тапшырыу оят түгел”

Һынмаҫ рухлы ир-егет хәләл ефете менән ошо йәкшәмбелә Радий Хәбировҡа ҡунаҡҡа барасағы тураһында хәбәр итте.

Яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиевтең исеме барыбыҙға яҡшы таныш. 2015 йылда Омск казармаһындағы фажиғәнән һуң инвалид булып ҡалған егеттең яҙмышы өсөн борсолмаған, уның тормошон күҙәтеп бармаған кеше юҡтыр. Уның быйыл Эльбрус түбәһен яулауы ныҡышмалыҡҡа, ҡыйыулыҡҡа бер миҫал. Рөстәм Яңы йыл алдынан республика етәксеһенә ниндәй бүләк әҙерләүен социаль селтәрҙә хәбәр иткән.
Бүләк ғәҙәти түгел – Эльбрус тауынан алынған таш. Рәсәйҙең иң юғары бейеклегенә ҡулдары ярҙамында үрмәләп менгән егет уны махсус рәүештә иҫтәлеккә алып ҡайтҡан.
Блогер республика етәксеһенең үҙен хәләл ефете менән ошо йәкшәмбелә ҡунаҡҡа саҡырыуы тураһында хәбәр итеп, Радий Фәрит улына иҫтәлекле бүләк әҙерләүен әйткән. Ташҡа гравировка яһалған һәм постаментҡа ҡуйылған.
“Бүләк итергә оят түгел”, - тип шаяртҡан блогер. Ысынлап та, ҙур хеҙмәт, көс, күҙ йәштәре, тир менән табылған таш киҫәге бик тә лайыҡлы бүләк.
Рөстәм Нәбиев фотоһы.
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас