Спорт һәм туризм
26 Декабрь 2020, 10:00

Радуловты 1,5 миллард һумға алдағандар

Был хаҡта хоккейсының адвокаты Сергей Ташков белдергән.

Элекке "Салауат Юлаев"тың, хәҙер “Даллас Старз”дың һөжүм итеүсеһе Александр Радулов үҙенең банкка һалған 1,5 миллиард күләмдәге аҡсаһын юғалтҡан. Был хаҡта 34 йәшлек хоккейсының адвокаты Сергей Ташков белдергән.
Хоккейсы 2015 йылдан алып эш хаҡын Рәсәй банктарының береһенә күсерә барған. Уның исеме хаҡында мәғлүмәт әйтелмәй. Был банктың лицензияһын тартып алғандар һәм финанс әһелдәре был хәлде хоккейсынан йәшергән.
“Саша быйыл Рәсәйгә килә. Документтарҙы тикшерә башлаясаҡбыҙ. Бының алдаҡ икәнлеген аңлайбыҙ. Мәсьәләне судҡа тиклем хәл итергә тырыштыҡ, әммә беҙҙән ҡаса башланылар, – тип әйткән Сергей Ташков. – Александр Радуловтың 1,5 миллиард һум аҡсаһы банкка һалынған ине”.
Әйткәндәй, үткән миҙгелдә Александр Радулов Милли хоккей лигаһының регуляр чемпионатында 60 матч үткәргәйне һәм 34 (15+19) мәрәй туплағайны. Плей-оффтағы 27 осрашыу һөҙөмтәһендә уның иҫәбендә – 19 (9+10) мәрәй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2008 – 2011 йылдарҙа Александр Радулов “Салауат Юлаев” хоккей командаһы составында Гагарин кубогын яулағайны.
Фото: википедия.
Читайте нас