Спорт һәм туризм
26 Декабрь 2020, 17:45

Себерҙәге уйын нисек тамамланды?

Бөгөн “Салауат Юлаев” Новосибирскиҙа “Себер” командаһы менән уйнаны.

Бөгөн “Салауат Юлаев” Новосибирскиҙа “Себер” командаһы менән уйнаны.
Юлаевсылар Павел Коледов – бер, Маркус Гранлунд ике шайбаны ҡунаҡтар ҡапҡаһына сәпәне. Шулай итеп, бөгөн уйын, ниһайәт, “Салауат Юлаев” файҙаһына 3:1 иҫәбе менән тамамланды. Был командабыҙҙың уйын миҙгелендә “Себер”ҙе өсөнсө тапҡыр ҡыйратыуы булды.
“Уйынды әкренерәк башлаһаҡ та, һуңғараҡ шәбәйҙек. Аҙсылыҡта яҡшы уйнаныҡ. Өсөнсө осорҙоң баштағы ун минутында ҡаршы командаға бер нимә эшләргә лә ирек бирмәнек”, – тине уйын һуңынан “Салауат Юлаев”тың баш тренеры Томи Ламса. Өҫтәүенә бөгөн ҡапҡабыҙҙы Юха Метсола түгел, Вадим Тарасов һаҡланы.
28 декабрҙә юлаевсылар Магнитогорскиҙың “Металлург”ы менән осрашасаҡ.
Әйткәндәй, бөгөн илдең йәш хоккейсылары командаһы Йәштәр араһындағы донъя чемпионатында дебют матчында АҠШ командаһы менән уйнаны. Матч Рәсәй командаһы файҙаһына 5:3 иҫәбе менән тамамланды. “Салауат Юлаев”тың һөжүм итеүсеһе, Ишембай егете Родион Әмиров үҙ иҫәбенә беренсе мәрәйҙе яҙҙы. 28 декабрҙә Игорь Ларионовтың командаһы Чехияға ҡаршы уйнаясаҡ. Матч Өфө ваҡыты менән 7.30-ҙа башланасаҡ.
Фото: “Башинформ”.
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас