Өфөләге Р. Баталова исемендәге республика спорт әҙерлеге үҙәгендә үткәрелгән “Урал батыр” көс экстримы буйынса асыҡ республика турнирында иң көслө 10 стронгмен осрашты.
Барлығы биш ярыш төрөнән торған “Урал батыр” көс экстримы буйынса турнирҙа ун атлет ҡатнашты. “Фермер” тип аталған ярыш төрөндә һәр береһе 130 килограмм булған ике сумаҙан менән йөрөү, артабан трактор тәгәрмәсен әйләндереү, 130 килограмлыҡ бүрәнәне һәм өс центнер ауырлыҡтағы машинаны күтәреү мотлаҡ талап ине. Һәм тағы ғәҙәти булмаған күнегеү батырҙың сослоғона бәйле ине.
Был бик үҙенсәлекле ярыштарҙа ҡатнашҡан спортсы Дмитрий Логуновтың белдереүенсә, көс экстримы буйынса һәр турнир бер-береһенән үҙенсәлекле икән. Шуға был күнегеүҙәрҙе башҡарыу өсөн тулыһынса әҙерләнеү ҙә мөмкин түгел. Өҫтәүенә ҡоролмалар төрлө, күнекмәләр ҙә һәр ваҡыт үҙгәреп тороусан.
Коронавирус пандемияһы сәбәпле, ярыштарҙы тик 30 тамашасы ҡарай алды. Ә турнирҙа Белгородтан Давид Шамей еңде. Икенсе һәм өсөнсө урынды Максим Дворецкий менән Дмитрий Логунов яуланы.
“Үтеп барған йылда пандемия ғына түгел, башҡа шәп ваҡиғалар ҙа булды. Шулай итеп, Эльбрус Ниғмәтуллин, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе, Өфөгә күсеп килде. Ул сәләмәтлекте һәм көстө пропагандалай. Бөгөн ул ҡыҙыҡлы “Урал батыр” республика көс экстримы буйынса турнир үткәрҙе. Физкультураны, этник спорт төрҙәрен, башҡорт уйындарын һәм ярыштарын үҫтерәбеҙ һәм пропагандалайбыҙ. Шуға, пандемияға ҡарамай, алға хәрәкәт итәбеҙ. Барыһына ла сәләмәтлек”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров.
Сарала Башҡортостандан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәүҙән, Мурманск, Липецк, Пенза, Силәбе өлкәләренән һәм башҡа төбәктәрҙән спортсылар үҙ көсөн һынаны.
Сараны алып барыусы һәм ойоштороусы - “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” титулын дүрт тапҡыр яулаған башҡорт батыры Эльбрус Ниғмәтуллин. Турнирҙың баш судьяһы - Рәсәйҙең Көс экстримы федерацияһы рәйесе Василий Грищенко.