“Булат” компаниялар төркөмөнөң үҙәк офисында Башҡортостандың Ҡушылған хәрби көрәш (ММА) федерацияһының киңәйтелгән кәңәшмәһе булған. Федерация рәйесе Руслан Зарипов, башҡарма директоры Вячеслав Жук, төбәк үҫеше буйынса вице-президент Заһир Түләбаев һәм баш тренер Абакар Гусейнов быйыл атҡарылған эштәр хаҡында һөйләгән.
Кәңәшмә сиктәрендә федерацияның әлеге вице-президенттарын раҫлау һәм буласаҡ яңы вице-президенттарҙы һайлау булған. Шулай итеп, улар – Радик Янборисов, Рөстәм Гәрәев. Дөйөм ҡарар менән Уллубий Кагиргаджиев беренсе вице-президент итеп һайланған.
“Федерация командаһына ижтимағи-сәйәси һәм стратегик мәсьәләләр йүнәлештәрен ышанып тапшырғандары һәм мине федерацияның вице-президенты итеп һайлағандары өсөн рәхмәт белдерәм. Массалы спорт – балалар һәм үҫмерҙәр менән генә түгел, иң тәү сиратта – ата-әсәләр менән эш ул. Республика райондары һәм ҡалалары өсөн яҡшы әҙерлекле, компетентлы, техникаға һәм оҫталыҡҡа эйә педагог-тренерҙарҙы әҙерләйәсәкбеҙ. Федерация активы өсөн семинарҙар, оҫталыҡ кластары һәм йыйылыуҙар ойошторасаҡбыҙ. Киләсәктә федерацияның һәм вәкиллектәрҙең матди-техник базаһын нығытыуға, тәрбиәләнеүселәрҙе кәрәкле экипировкалау менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән курс буйынса эшләйәсәкбеҙ. Балалар – киләсәгебеҙ, йәштәр дәүләтебеҙҙең стратегик ресурсы, – тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина. – Рухи-әхлаҡи һәм илһөйәрлекте тәрбиәләү йәһәтенән республиканың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте ярҙам итер. Үҫеп килгән быуын вәкилдәрен тәрбиәләүгә граждандар йәмғиәте институттары, урындағы үҙидара һәм эшҡыуарлыҡ вәкилдәрен дә йәлеп итербеҙ”.
Фото: Гөлнур Ҡолһаринаның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.