Башҡортостан Рәсәйҙең иң йәш төбәктәренең береһе иҫәбенә ингән. 35 йәшкәсә тиклемге кешеләр һаны республикала 1,1 миллиондан артҡан. Был хаҡта Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙна һайын үткәргән оператив кәңәшмә ваҡытына белдерҙе.
Йәштәр проекттары республикаға гранттар һәм субсидиялар рәүешендә 30 миллинон һумдан ашыу аҡса килтергән. Мәҫәлән, “Арт-Квадрат” ҡала үҙәге майҙанында АРТ-резиденция булдырыу проекты “Таврида” Бөтөн Рәсәй форумында 7,5 миллион һумлыҡ грант яулаған.
Башҡортостанда ирекмәндәр хәрәкәте әүҙем үҫешә. Пандемия башланыу менән республикала 5 меңдән ашыу ирекмән ярҙамға мохтаждарға аҙыҡ-түлек, дарыу алып килгән. Ирекмәндәрҙең ҙур өлөшөн “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәр” үҙәге үҙ ҡанаты аҫтына алған. Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостан тәүгеләрҙән булып ирекмәндәрҙең һаулығын ҡурсалау буйынса эш башлаған һәм уларҙың сәләмәтлеген һәм ғүмерен страховкалай. Ноябрҙә иһә ирекмәндәрҙең эшен баһалау йәһәтенән махсус награда булдырылды.
Әлбиттә, пандемия ваҡытында республикала спорт ярыштарының һаны кәмене, әммә туҡтап ҡалманы. Башҡорт спортсылары Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүҙәр яулауын дауам итә.
Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып “Ауыл тренеры” программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Ауыл ерендә балаларҙы спортҡа ылыҡтырған, уңыштарға өлгәшкән 36 тренер аҡсалата бүләкләү алды.
“Көрәш спорты - мәктәптәргә” федераль проектының һынау майҙансығы булды. Әлеге мәлдә был программаға республиканың 62 мәктәбе ҡушылды. 2024 йылға улар һаны 200-гә етергә тейеш, тип белдерҙе министр.
Руслан Хәбибов белдереүенсә, төҙөлгән спорт ҡоролмалары һаны буйынса республика икенсе урында килә. Тәүге урында – Мәскәү ҡалаһы. Спорт инфраструктураһы артабан да үҫешәсәк һәм камиллашасаҡ, тип билдәләне министр үҙ сығышында. Статистик мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, физик культура һәм спорт менән республикала йәшәүсе 1,7 миллион кеше шөғөлләнә. Был дөйөм күләмдең 48 процентын тәшкил итә.
Үҙенең сығышында Руслан Хәбибов министрлыҡтың 2021 йылға маҡсаттары менән дә уртаҡлашты: тәү сиратта спорт менән шөғөлләнгән кешеләр һанын арттырыу; инфраструктура объекттары төҙөү һәм төҙөкләндереү; пандемия тамамланыу менән ҙур халыҡ-ара саралар үткәреү; “Ауыл тренеры” һәм “Көрәш спорты - мәктәптәргә” федераль проекты буйынса артабан да ентекле эшләү.
- Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтемде еткерәм. Айырыуса ауыр заманда иңгә-иң терәп беҙҙең менән бергә булған ирекмәндәргә рәхмәт. Йәштәр сәйәсәте республикала һәр ваҡыт айырым иғтибар үҙәгендә булды. Ә бына спорт йүнәлешен алғанда, был йәһәттән атҡараһы эштәр күп әле. Республиканың һәр районында бассейн булырға тейешлеген йәнә бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәм. Боҙ һарайҙары кәрәк. “Ауыл тренеры” программаһын үҫтереүҙе дауам итәсәкбеҙ. Ҙур спорт саралары үткәреүҙе маҡсат итеп ҡуяйыҡ, улар беҙгә кәрәк, - тип билдәләне Республика Башлығы Радий Хәбиров.