Был уйын беҙҙекеләрҙең иҫ киткес еңеүе – 8:3 иҫәбе – менән тамамланды. Шулай итеп, “Өфө-Арена” бөгөн хайран ҡалмалы уйынға шаһит булды. Матчтың тәүге осоронда тамашасыларға гол күреү бәхете тәтемәне. Ә бына икенсеһендә ҡунаҡтар Роман Горбуновтың шайбаһы ярҙамында алға сыҡты. Тик уларҙың бер голына беҙҙекеләр өсәү менән яуап бирҙе. Сакари Маннинен, Джефф Плэтт һәм Маркус Гранлунд индерҙе уларҙы.
Өсөнсө осор башында беҙҙекеләр үҙҙәренең өҫтөнлөгөн биш шайбаға тиклем арттырҙы. Был юлы Михаил Науменков, Артем Пименов һәм тағы Сакари Маннинен гол хужалары булды.
Матч аҙағында беҙҙән Владимир Жарков менән Эдуард Ғиматов ҡунаҡтар ҡапҡаһына тағы ике гол сәпәне.
24 декабрҙә “Салауат Юлаев” Екатеринбургта “Автомобилист” менән осрашасаҡ.
Әйткәндәй, “Салауат Юлаев” хоккей клубы һөжүм итеүсе Джефф Плэтт менән килешеүҙе күптән түгел генә төҙөнө. Тренерҙар штабына 16 һаны аҫтында уйнаған хоккейсының тәжрибәһе, яугирҙәрсә холҡо оҡшаған.
Джефф Плэтт 1985 йылдың 10 июлендә Канаданың Торонто ҡалаһында тыуған. Буйы – 176 сантиметр, тән ауырлығы – 82 килограмм.
Уйын карьераһы: “Сагино Спиритс” (2002-2003), “Эри Оттерз” (2004-2005), “Атлантик Сити Бордуок Буллис” (2004/2005), “Коламбус Блю Джекетс” (2005-2007), “Анахайм Дакс” (2007/2008), “Ильвес” (2008-2009), “Динамо” Минск (2008-2013), “Локомотив” (2013-2015), ЦСКА (2015/2016, 2016-2018), “Векшё Лейкерс” (2016), “Йокерит” (2018/2019), “Автомобилист” (2019-2020).
Ҡаҙаныштары: юниорҙар араһында чемпион (2013), Шпенглер кубогын яулаған (2009), Континенталь хоккей лигаһы чемпионатында бронза (2013/14) һәм көмөш миҙалға (2015/16) лайыҡ булған.