Спорт һәм туризм
1 Ғинуар 2021, 18:30

Белореттар өсөн - ҙур байрам

"Йүгерәм һәм йыл буйына сәләмәт тормош рәүешен алып барырға вәғәҙә итәм"

Лилиә Шобухова, Галина Богомолова, Олег Марусин, Гөлшат Фазлетдинова кеүек билдәле йүгеректәре, спортсылары менән илдә генә түгел, ә бөтә донъяла танылыу алған белореттар өсөн “Вәғәҙәләр марафоны” ысынында ҙур байрамға әйләнде.
Сарала Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта менән ҡала хакимиәте башлығы Кирилл Егупов та ҡатнашты. Әйткәндәй, йүгерергә сыҡҡандар һаны былтырғыға ҡарағанда алты тапҡырға артҡан. Тимәк, “Вәғәҙәләр марафоны” киңерәк майҙан йыя бара.
“Йүгерәм һәм йыл буйы сәләмәт тормош алып барырға вәғәҙә итәм. Шуны уҡ һеҙгә лә теләйем!” – тине Андрей Иванюта.
2021 йыл Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителде. Бөгөнгө марафон йылға яҡшы старт бирҙе тип әйтергә мөмкин.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәре.
Читайте нас