Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларында “Вәғәҙәләр марафоны” үтте. Был матур сараға Иглин районы халҡы ла ҡушылды. Марафон Иглин ауылының Е. Иглина исемендәге паркында үтте.
Сарала 50-нән ашыу кеше ҡатнашты. Улар араһында район хакимиәте, урындағы янғын часы хеҙмәткәрҙәре, “Родник” казак хуторы йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре йүгерергә сыҡты. Сарала район хакимиәте башлығы Николай Самойленко ғаиләһе менән ҡатнашты.
Йүгергәндәр быйылға маҡсаттарын яҙҙы һәм 2021 метр арауыҡты үтте. Уны төрлөсә уҙырға мөмкин ине - йүгереп йәки скандинав йөрөшө менән. Спорт һөйөүселәрҙе Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу стартта һәм финишта хуплап торҙо. Әкиәт персонаждары балаларға, өлкәндәргә уйындар ойошторҙо, күстәнәстәр таратты.
Йүгереп килгәндәрҙе сәй һәм тәмлекәстәр менән һыйланылар. Марафонда ҡатнашҡан һәр кеше ыңғай тәьҫораттар алып, киләһе йылға маҡсаттар ҡуйып, рухи көс туплап таралышты.