Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
4 Ғинуар 2021, 23:00

Өлкән йәштәге дүрт турист юғалған

Улар 26 декабрҙә үк сәйәхәткә сығып киткән булған...

Башҡортостандан дүрт турист Силәбе өлкәһендә юғалған. Улар Йөрәккүлгә Һатҡы районының Сибирка ауылынан сығып киткән һәм Төлөк ауылына барып етергә тейеш булған.
Туристарҙы әлеге ваҡытта төбәктең эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре һәм егерҙәр эҙләй. Билдәле булыуынса, походҡа 48, 50, 57 йәшлек ҡатындар һәм 62 йәшлек ир юлланған.
Туристар тәбиғәт ҡосағына сәйәхәткә 26 декабрҙә үк сығып киткән. Улар теркәлеү үткән, тик планлаштырылған ваҡытҡа – 2 ғинуарҙа Төлөккә килеп етмәгән. Ғәйеп булыуҙары 3 ғинуарҙа асыҡланған һәм бөгөндән, 4 ғинуарҙан, эҙләй башлағандар. Ҡотҡарыусылар әлеге ваҡытта Силәбе өлкәһенең Ҡатау-Иванов районының Төлөк ауылы тирәһен эҙләй.
Матур ял көндәре бәлә менән тамамланмаһын өсөн походта барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк. Тәү сиратта теркәлеү үтеү мөһим. Белгән урынға барырға йәки оҙатыусы ялларға кәрәк. Етерлек аҙыҡ-түлек, йылы кейем, яндырыу, йылытыу ҡорамалдары тураһында ла онотмағыҙ. Телефонығыҙ һәр ваҡыт эшләһен.
Фото: ural24.com
Читайте нас: