Спорт һәм туризм
3 Ғинуар 2021, 20:00

Йыл еңеү менән башланды!

Бөгөн кис “Салауат Юлаев” үҙ боҙонда Екатеринбургтың “Автомобилист” командаһы менән осрашты.

Бөгөн кис “Салауат Юлаев” “Өфө-Арена”ла Екатеринбургтың “Автомобилист” командаһы менән осрашты.
Матчтың тәүге минуттарынан уҡ майҙан хужаларының етеҙерәк, шәберәк һәм көслөрәк икәнлеге күҙгә салынды. Һөжүм иткәндә лә беҙҙекеләр оҫтараҡ ине, тик бына улар голды ғына оҙаҡ индерә алманы. Бөгөнгө ярышта Маркус Гранлунд булманы, йәрәхәтләнгәндән һуң оҙаҡ ҡына матчтарҙа ҡатнашмаған Григорий Панин уйынға ҡушылды.
Ә ике команда араһында кемдең еңеүсе булыры овертаймдың өсөнсө минутында ғына хәл ителде. “Салауат Юлаев”ты Филип Ларсендың голы ҡотҡарҙы. Уның ярҙамында бөгөн командабыҙ 1:0 иҫәбе менән “Автомобилист”ы ҡыйратты. Ә Филип Ларсенға Сакари Маннинен менән Теему Хартикайнен ярҙам итте. Шулай итеп, 2021 йылды “Салауат Юлаев” еңеү менән башланы!
Командабыҙ 53 мәрәй тупланы һәм Көнсығыш турнир таблицаһының өсөнсө урынын биләй. Киләһе уйынды ул 5 ғинуарҙа үҙ боҙонда Омскиҙың “Авангард”ы менән үткәрәсәк.
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.
Читайте нас