Был еңеүҙе беҙ күптән көттөк. Ниһәйәт, Оберхофта барған донъя чемпионатының бишенсе этабындағы ҡатнаш эстафетала яҡташыбыҙ Эдуард Латипов Рәсәй командаһына еңеү бүләк итте.
Бәйгенең беренсе этабында Ульяна Кайшева йүгерҙе, әммә ул, лидерҙан 30.5 секундҡа ҡалып, эстафетаны туғыҙынсы булып тапшырҙы. Икенсе этапта йүгергән Светлана Миронова уңышлы атып, команданы бишенсе этапҡа сығарҙы. Өсөнсө этапта Александр Логинов ике тапҡыр яҙа атһа ла, лидерлыҡты һаҡлауға өлгәште. Дүртенсе этапта йүгергән яҡташыбыҙ Эдуард Латипов Норвегия командаһынан 3,6 секундҡа ғына алда китте. Ул ятып атыуҙа бөтә сәптәргә лә тейҙе, әммә тороп атҡан саҡта ике тапҡыр яҙа ебәрҙе һәм ике өҫтәмә патрон менән файҙаланды. Ошо сәпкә теймәү сәбәпле ул өсөнсө булып финишҡа табан юлланды. Әммә үҙен ҡулға алып, алдан барған Норвегия һәм Франция командалары спортсыларын ҡыуып етте һәм финишта рух көсөн күрһәтте.
"Был еңеүҙе оҙаҡ көттөк, мин бик шатмын. Команданы ҡотлайым. Көйәрмәндәрҙе һәм бөтә ил халҡын ҡыуандырҙыҡ. Артабан да шатландырырбыҙ тип ышанам.
Һуңғы рубеж алдында, әлбиттә, көсөргәнеш булды, тик мин уңышлы эшләргә тырыштым. Яҙа атыуға юл ҡуйҙым, әлбиттә, әммә өҫтәмәләр менән сәпкә тейҙем һәм көрәшкә ынтылдым. Финишта үҙемде күрһәтә алмаған уҙыштар күп булды, ә бөгөн бөтәһе лә килеп сыҡты – алға китеү мәлен уңайлы һайланым", – тип белдерҙе Эдуард Латипов “Мачт ТВ” каналына.
Фото: "Матч ТВ" каналы сайты.