Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Булат Сафин фитнес-клубтар һәм спорт учреждениелары өсөн инвалидтарға физкультура менән шөғөлләнеү программаһын тәҡдим итте.
Инвалидтарҙың федераль реестры мәғлүмәте буйынса, Башҡортостанда 2019 йылдың 1 ноябренә ҡарата 267 782 инвалид иҫәпләнә, был республика халҡының 6,6 проценты тигән һүҙ.
"Күмәк спорт тап ошо алты процент тирәһе кешене урап үтә, – тип әсенә Булат Сафин. – Башҡортостан Йәмәғәт палатаһында ағза булып торғанда ошо мәсьәләне күтәрә алыуыма һәм асыҡтан-асыҡ әйтеүемә шатмын".
Булат Сафин белдереүенсә, инвалидтар Яңы йыл байрамдарында уҙғарылған спорт сараларына башлыса йөрөмәй. Уның ҡарауы, ошо саралар теләгән һәр кеше өсөн ойошторолған. Сәбәп шунда – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр бүтәндәр араһында бахыр булып күренгеһе килмәй. Ә бит спорт сараларында бер ниндәй ҙә күрһәткескә ынтылырға кәрәкмәй, урын алыу ҙа мөһим түгел, унда ҡатнашыу иң беренсе һаулыҡты нығыта.
Мәҫәлән, Булат Сафин һырғалаҡтарға, саңғы комплекстарына ирекмәндәрҙе һәм спорт учреждениеларының хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеп, төркөм менән уҡыуҙар ойошторорға кәрәклеген әйтте һәм тағы бер нисә тәҡдим индерҙе.
Әйткәндәй, Булат Әнүәр улы Яңы йыл байрамдарында Өфөлә һырғалаҡта шыуған, Әлшәй районының Ыҫлаҡ ауылында үткән Саңғысы көнөндә ҡатнашҡан.
Фото: Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы.