Спорт һәм туризм
12 Ғинуар 2021, 19:30

Еңеү - йәнә беҙҙә!

Бөгөн “Салауат Юлаев” хоккейсылары “Себер” командаһы менән осрашты.

Бөгөн Новосибирскиҙа “Салауат Юлаев” хоккейсылары “Себер” командаһы менән осрашты.
Шуныһы үҙенсәлекле: йәш хоккейсыларыбыҙ донъя чемпионатынан ҡайтты һәм төп командала уйнауын дауам итте. Родион Әмиров, Данил Башкиров һәм Шакир Мөхәмәҙуллин бөгөнгө уйында еңеү өсөн бар көсөн һалды. Күптән түгел тыуған көнөн билдәләгән Шакир Мөхәмәҙуллин “Себер” ҡапҡаһына шайба сәпәне. Унан тыш, Джефф Плэтт һәм Петр Хохряков берешәр гол индерҙе. Матч беҙҙең файҙаға 1:3 иҫәбе менән тамамланды.
“Салауат Юлаев” 58 мәрәй тупланы. Хәҙер ул – Көнсығыш турнир таблицаһының өсөнсө баҫҡысында. 14 ғинуарҙа беҙҙең команда “Барыҫ” менән осрашасаҡ.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас