Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров саңғыла йүнәлеш табыу спорты буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарын һәм Рәсәй Кубогын асыу тантанаһында ҡатнашты. Был саралар Октябрьский ҡалаһында 15 – 17 ғинуарҙа илдең 23 төбәгенән 300-ҙән ашыу спортсы ҡатнашлығында уҙғарыла.
Ярыштар февралдә Эстонияла үтәсәк Донъя чемпионатына, йәш үҫмерҙәр араһында Европа һәм донъя беренселегенә һайлап алыу этабын тәшкил итә. Әйткәндәй, Октябрьскийҙан ғына ярышта 70 саңғысы ҡатнаша.
Башҡортостан Башлығы ҡунаҡтарҙы һәм сарала ҡатнашыусыларҙы дәрәжәле ярыштың башланыуы менән ҡотланы, уңыштар теләне.
– Октябрьскийҙа юғары кимәлдәге саралар үткәреү мөмкинлеге биргән спорт инфраструктураһының булыуы бик яҡшы. Барығыҙға ла дәртле ярыш, сағыу һәм ғәҙел еңеүҙәр теләйем! – тине ул.
Тантанала төбәк етәксеһе Октябрьскийҙың Балалар һәм үҫмерҙәр ижалы һарайы директоры урынбаҫары Юлиә Функка коронавирус сиренә ҡаршы көрәшкә тос өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Башлығының Почет грамотаһын, 1-се ҡала спорт мәктәбендә шөғөлләнгән Анастасия Чагановаға рәсәйҙең спорт мастеры таныҡлығын һәм күкрәккә тағыла торған билдәһен тапшырҙы.